Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Декабрь 2021, 21:00

Яңы йылға бына тигән бүләк!

Ун етем бала торлаҡлы булды.

Яңы йылға бына тигән бүләк!
Яңы йылға бына тигән бүләк!

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков етем балаларға Затон биҫтәһендә төҙөлгән йорттан фатир асҡыстары тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.

Тантанала шулай уҡ Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ильяс Мәсәлимов, Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов ҡатнашты. Сергей Николаевич балаларҙы ҡотлап, фатирҙарҙың йәшәү өсөн әҙерлеген, сантехника менән йыһазландырылыуын, биләмәлә бөтә тейешле инфраструктураның булдырылыуын билдәләне.

"Бөгөн беҙҙә көтөп алынған күркәм ваҡиға. Һеҙҙең хәҙер үҙ фатирығыҙ бар. Йортоғоҙҙа бәхет хакимлыҡ итеүен, ныҡлы, берҙәм ғаилә төҙөүегеҙҙе һәм балалар үҫтереүегеҙҙе теләйем", – тине ул.

Баш ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программалары буйынса идаралығы начальнигы Зилә Мөхәмәтова әйтеүенсә, дәүләт тарафынан йыл һайын етем балалар өсөн бер бүлмәле фатирҙар алына. 2021 йыл дауамында 142 фатир тапшырылған, шуларҙың 115-е – Затон биҫтәһендә. Йыл аҙағына тиклем тағы 19 кеше фатир аласаҡ. Ә 2022 йылда 200-гә яҡын етем бала торлаҡлы буласаҡ.

Фото: ufacity.info

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: