

Яңауылдың Прогресс ауылы халҡы клубтың, мәктәптең мөшкөл хәле тураһында үткән йылдың ғинуарында уҡ социаль селтәрҙәргә яҙған.
"Ошондай шарттарҙа нисек итеп тыуымды күтәрмәк кәрәк?" – тип һорай улар.
Үҙәк был мөрәжәғәтте иғтибарға ала һәм район хакимиәтенә ебәрә. Һөҙөмтәлә халыҡ яуапты тиҙ ишетә. Урындағы етәкселек, клубтың тышҡы яғына капиталь ремонт үткәреүгә, тамашалар залын йүнәтеүгә, тәҙрәләрҙе алыштырыуға әҙер смета бар, тип хәбәр итә. Эштәр 4-се кварталда башланырға тейеш була.
Әммә артабан пандемия башлана. Мөһимерәк эш хаҡына күп кенә проекттарҙан баш тартып торорға тура килә. Бәхеткә күрә, ваҡытлыса ғына була был. Прогресс ауылындағы клуб та быйыл декабргә тиклем йүнәтелә. Урта мәктәптә ремонт эштәре өс йылға алдараҡ башҡарыла.
Был инцидентты хәл итеү өсөн ике йыл тирәһе ваҡыт китә. Иң мөһиме – профилле хеҙмәттәр, район хакимиәте, урындағы кешеләр ярҙамында мәсьәлә хәл ителде. Яңы йыл байрамы яңыртылған клубта үтәсәк.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.