Социаль мәсьәлә
11 Декабрь 2021, 18:15

Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ

Радий Хәбиров: "Бындай ҡарарға илдә коронавирустың яңы тулҡынына бәйле хәл этәрҙе".

Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡСибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Бөгөн Сибайҙа һәм Туймазыла ике инфекция госпитале төҙөлөшөн башланыҡ.

Бындай ҡарарға илдә коронавирустың яңы тулҡынына бәйле хәл этәрҙе. Пик ваҡытына, 2021 йылдың октябренә, ковид койкалары һаны 8,5 меңгә барып етә ине. Башҡа сирҙәрҙән дауалана алмағандар зыян күргәйне. Әммә был үҙ ваҡытында һәм кәрәк ине. Йыл эсендә Зубовта, Стәрлетамаҡта төҙөлгән госпиталдәрҙә республикалағы 22,6 мең кеше дауаланды. Беҙҙең проект буйынса бер нисә төбәк госпиталь төҙөнө һәм йәки был эште башланы. Өҫтәүенә Зубов, Стәрлетамаҡ тәжрибәһе һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Бер урында техниканы, дарыуҙарҙы, тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәрен тупланыҡ. Ҡайһы бер табиптар йыл ярым буйы "ҡыҙыл зона"нан сыҡмай. Уларҙың тәжрибәһе ҙур.

Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ. Яҡын-тирәләге райондарҙы иҫәпкә алғанда, Туймазы яғында 437,2 мең кеше йәшәй. Ә Урал аръяғында – 314,2 мең. Яңы госпиталдәр ҙур ихтыяж менән файҙаланыласаҡ.

Коронавирустың артабанғы торошон фаразлауы ауыр. Һәр ваҡыт яңы төрҙәре барлыҡҡа килә, мутациялана. Иң мөһиме - вирустың ҡасандыр китәсәк. Ә был стеналар, барлыҡ госпиталдәр ҡаласаҡ. Уларҙы заманса, яҡшы йыһазландырылған дауаханаларға үҙгәртә алабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Тыныслыҡ һәм сәләмәтлек!” - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Сибай менән Туймазыны юҡҡа һайламаныҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас