Социаль мәсьәлә
14 Декабря 2021, 11:00

Балаларға һәм өлкәндәргә – Яңы йыл бүләктәре

Радий Хәбиров Бишбүләк районының социаль учреждениеларында булды. 

Балаларға һәм өлкәндәргә – Яңы йыл бүләктәреБалаларға һәм өлкәндәргә – Яңы йыл бүләктәре
Балаларға һәм өлкәндәргә – Яңы йыл бүләктәре

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бишбүләк районына барҙы. Унда төбәк етәксеһе балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют һәм райондың Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында урынлашҡан өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә булды.

Бишбүләктең балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән социаль приюты Бәләбәй район-ара “Ғаилә” үҙәге структураһына ҡарай. Уның төп маҡсаты – ҡарауһыҙ ҡалыуҙы иҫкәртеү, ауыр тормош шарттарында ҡалған бәлиғ булмағандарҙы социаль реабилитациялау.

– Ҡағиҙә булараҡ, опека органдары беҙгә имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙы бирә. Беҙҙең төп бурыс – мөмкин булғанса тиҙерәк баланы өйөнә ҡайтарыу, – тип һөйләй Бәләбәй район-ара “Ғаилә” үҙәге директоры Наталья Лаврова. – Шуға күрә бала приютҡа эләккәс тә ғаилә менән шөғөлләнә башлайбыҙ, унда хәл ипкә килһен тип тырышабыҙ. Алкоголизмды иҫкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ, мәшғүллек мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Шуға күрә балалар приютта оҙаҡҡа ҡалмай.

2021 йылда приют Бишбүләк һәм уның янындағы райондарҙа йәшәгән 50 балаға ярҙам иткән. Әле бында һигеҙ бала йәшәй, улар өсөн бөтә кәрәкле шарттар ҙа булдырылған. Улар менән даими рәүештә психолог эшләй. Мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар менән тәрбиәселәр шөғөлләнә, ҙурыраҡтар яҡындағы мәктәпкә йөрөй. Коллективта бөтәһе 22 кеше - социаль педагог, психолог, тәрбиәселәр, хеҙмәтләндереүсе персонал.

Приют ике ҡатлы, 686 квадрат метрлыҡ майҙанлы муниципаль бинала урынлашҡан. Үҙҙәренең газ ҡаҙанлығы һәм мунсаһы бар. Тәрбиәләнеүселәр өсөн алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Ризыҡтарҙы үҙҙәре бешереләр, аҙыҡ-түлекте урындағы етештереүселәр, фермерҙар һәм Бәләбәй һөт комбинатынан һатып алалар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар йәшәгән шарттар менән танышты, тәрбиәләнеүселәр менән аралашты, уларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Балалар иһә төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән эшләнгән шыршы бүләк итте.

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов белдереүенсә, приют бинаһының ҡыйығынан һыу аға, ә педагогтар бында сенсор бүлмәһе урынлаштырыуҙы һораны. Ул бәләкәй балалар менән һөҙөмтәлерәк эшләргә, уларҙың моторикаһын һәм хәрәкәт әүҙемлеген үҫтерергә ярҙам итәсәк. Радий Хәбиров киләһе йәйгә ҡыйыҡты ремонтларға һәм сенсор бүлмәһен йыһазландырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

1996 йылдан алып Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында Верхнетроицк психоневрология интернатының өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе эшләй. Майҙаны 1007 квадрат метр булған бина 40 урынға иҫәпләнгән. Бында табип кабинеты, процедуралар кабинеты, ял бүлмәһе, аҙыҡ-түлек әҙерләү блогы менән ашхана, душ инеү һәм кер йыйыу бүлмәләре бар. Биләмәлә бүрәнә мунса урынлашҡан. Бүлексәлә аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған.

Бүлексәлә хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Бина беренсел янғын һүндереү саралары, автоматик янғын сигнализацияһы, кешеләрҙе иҫкәртеү һәм эвакуациялау системаһы менән йыһазландырылған.

Бүлексә мөдире Рәйсә Рәхимова һөйләүенсә, бында әле 35 кеше йәшәй. Был - пенсионерҙар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Уларҙың бөтәһе лә иғтибар һәм хәстәр менән солғанған, кәрәкле медицина һәм көнкүреш ярҙамы, социаль хеҙмәттәр алалар. Улар өсөн биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған.

Радий Хәбиров был кешеләрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүен ҡараны, учреждениеның ихтыяждарын өйрәнде. Бүлексә мөдире белдереүенсә, бында 2015 йылда аҙыҡ-түлек әҙерләү блогы, 2017 йылда йәшәү бүлмәләре ремонтланған. 2022 йылда Башҡортостанда өлкәндәр һәм инвалидтарҙы оҙайлы ваҡыт ҡарауҙы булдырыу системаһының пилот проекты башланыу сиктәрендә, бында йыһаздарҙы алмаштырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Бындай йөкләмәне Радий Хәбиров бирҙе.

Төбәк етәксеһе бүлексәлә социаль хеҙмәттәр алған кешеләр менән аралашты. Бындағы иң өлкән кеше – 94 йәшлек Шәрифә Хафиз ҡыҙы Мостафина. Әйткәндәй, бүлексәлә башҡа райондарҙан һәм хатта Өфөнән килгәндәр ҙә йәшәй. Радий Хәбиров уларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ теләне һәм ҡатмарлы коронавирус пандемияһы шарттарында вакцинацияның мөһимлеген билдәләне. Рәйсә Рәхимова белдереүенсә, бында эшләгән һәм йәшәгән бөтә кешеләр ҙә прививка яһатҡан, ә ҡайһы берҙәре ревакцинация үтеп тә өлгөргән.

Радий Фәрит улы бүлексә коллективына Рәхмәт хаты һәм Яңы йыл бүләге – кер йыуыу машинаһы тапшырҙы.

– Беҙ Башҡортостанда дәүләт социаль учреждениелар системаһын һаҡлап ҡалдыҡ һәм уларға бик һаҡсыл ҡарайбыҙ. Бының өсөн беҙҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына рәхмәт әйтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, ҙур булмаған ауырлыҡтар ҙа бар, йыһаздар, ҡорамалдар менән ярҙам итеүҙе һорайҙар. Яйлап быларҙың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Сәфәр барышында Радий Хәбиров Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы кешеләре менән дә аралашты. Улар ауылдарынан район үҙәгенә машина менән генә барып була тине, сөнки юл ремонт талап итә, ә даими автобус бәйләнеше юҡ. Төбәк етәксеһе был мәсьәләне тикшерергә һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас