

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостан Республикаһында миграция сәйәсәтенең яңы йүнәлештәре һәм хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәр” тураһындағы сығышында халыҡтың республиканан 2018 йылда күпләп китеүен билдәләне. 2020 йыл пандемия менән бәйле үҙгәрештәр килтерҙе, әммә халыҡтың кәмеүенә юл ҡуйылманы, киреһенсә, ыңғай хәл күҙәтелде. Халыҡтың дөйөм миграция үҫеше быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында 4302 кеше тәшкил итте.
Бының сәбәбе нимәлә? Башҡорт дәүләт университеты Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, иҡтисад фәндәре кандидаты Розалия Шәрәфуллина ошо һорауға яуап бирҙе.
“Билдәле, республикала башҡа төбәктәрҙәге кеүек миграция йәштәрҙең ситкә китеүенә бәйләнгән. Айырыуса юғары белем алыу өсөн урын һайлағанда, тәүге хеҙмәт юлын башлағанда йәштәрҙең күпләп китеүе күҙәтелә. Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарындағы миграция үҫешенә төрлө шарттар йоғонто яһаны. Пандемия менән бәйле хеҙмәт процестарын үҙгәртеү, ситтән тороп эшләүгә күсеү мөмкинлеген биреү, вуздарға һәм колледждарға ингәндә бюрократия процедураларын һәм логистик бәйләнештәрҙе ябайлаштырыу — барыһы ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте мәшғүллеккә булышыу һәм хеҙмәт һәм инвестиция ресурстарын йәлеп итеүгә яңы юлдар, ғәмәлдәр табып эш башланы. Һуңғы йылда өҫтәмә эш урындары булдырыуға (1000 самаһы кешегә) йүнәлтелгән инвестиция проекттары индерелде. Киләсәктә 15 мең кешегә эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән инновациялы инвестиция проекттары планлаштырыла.
Өҫтәүенә моделле мәшғүллек үҙәктәре булдырылыуы, проблемаларҙы асыҡлау һәм хәл итеү буйынса зона кәңәшмәләре, стратегик сессиялар һәм башҡа саралар үткәрелеүе ыңғай роль уйнаны. Шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарҙы республикаға ирекле күсереүҙә ярҙам итеү буйынса ярҙамсы программаның әһәмиәтен дә баһаларға кәрәк. Муниципаль берәмектәр менән миграция паспорттары эшләү, халыҡтың китеү сәбәптәрен өйрәнеү һәм уларҙы хәл итеү буйынса ла байтаҡ эш башҡарылды. Республикаға оло йәштәгеләрҙең әүҙем ҡайтыуы күҙәтелә.
Республикала юғары мәктәп инфраструктураһы әүҙем үҫешә, донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы проекты әҙерләнә. Беҙ “Өҫтөнлөк-2030” программаһына индек, республика өсөн өҫтөнлөклө стратегик һәм фәнни-белем биреү проекты булған карбон полигоны булдырыласаҡ. Һуңғы өс йылда вуздарға уҡырға инеүселәр арта, бакалаврҙар һәм магистранттар өсөн яңы ҡыҙыҡлы программалар әҙерләнә, Башҡорт дәүләт университетының яңы ятаҡтары төҙөлдө. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, йәш ғалимдар өсөн бер миллион һумлыҡ гранттар булдырылды. Быларҙың барыһы ла студенттарҙы һәм фәнгә ынтылған йәштәрҙе үҙенә тартасаҡ", - тине Розалия Радмир ҡыҙы.
Фото: шәхси архивтан.