Социаль мәсьәлә
17 Декабрь 2021, 06:01

Әсәйҙәргә ял килеште!

Бының өсөн улар Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллинға рәхмәт уҡып бөтә алмай.

Әсәйҙәр көнө алдынан Баймаҡ районы эшҡыуары Илсур Нәбиуллин, “Инстаграм” селтәрендә үҙенсәлекле конкурс үткәреп, бер төркөм әсәгә Башҡортостаныбыҙҙың хозур төбәктәренең береһе булған “Яҡтыкүл” шифаханаһында ял итеү мөмкинлеге бүләк итте. Был хаҡта гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙып сыҡҡас, күптәр һоҡланыу белдерҙе. Бөгөн ошондай изге эште атҡарған эшҡыуар һәм ял итеп ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Теләк булһа, маҡсатыңа өлгәшәһең

 

Баймаҡ районының Бетерә ауылы егеттәре Илсур менән Тимур Нә­биуллиндарҙы был төбәктә генә түгел, хәҙер инде тотош республикала аяғында ныҡлы баҫып тор­ған, алдынғы ҡарашлы, аныҡ маҡ­сатлы һәм күңелдәрендә мәрхә­мәтлек хисен юғалтмаған оло йө­рәкле эшҡыуарҙар тип беләләр. Уларҙың бизнесының төп йүнә­леше – ағасты тәрән эшкәртеү. Эшселәр тарафынан урманда ҡыр­ҡылған ағас, йөк машиналарында сығарылып, пилорамда бысылып, махсус ҡорамалдарҙа киптерелеп, иҙән-түшәм, евровагонка һәм башҡа төҙөлөш материалы итеп эшкәртелә. Әҙер продукция респуб­ликаның барлыҡ төбәктәренә, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә оҙатыла. Нәбиул­линдар өйҙәр ҙә төҙөй, бөгөн улар сафҡа индергән ағас йорттар Баймаҡ ҡалаһының, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылының урамдарын йәмләй. Гәзит уҡыусы дөрөҫ аңлаһын өсөн яҙып үтәйек: егеттәр урманды тергеҙеү, ағас ултыртыу эшен дә изге бурыс тип һанай.

Бөгөн шәхси предприятиела 50-нән ашыу кешегә эш урыны булды­рылған. Улар – башлыса егет­тәрҙең ауылдаштары, йәғни Бетерә кешеләре. Шулай уҡ Баймаҡ районының башҡа ауылдарынан, Бөрйән, Хәйбулла тарафтарынан килеүселәр ҙә бар. Улар өсөн уңайлыҡтары булған ятаҡ, мунса төҙөлгән. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: бөгөн Бетерә ауылында буш торған өй юҡ, хатта ситтән күсеп килгәндәр өсөн йорт һатып алыу мәсьәләһе киҫкен тора.

Ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙарҙың бәләкәйе – Илсур бик алсаҡ, ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. “Сер бул­маһа, бөгөн һеҙҙең эшселәргә яҡынса күпме түләнә?” – тип ҡы­ҙыҡ­һындым. “Хеҙмәт хаҡы, әлбиттә, эштең күләменә лә бәйле, шулай ҙа уртаса алғанда, 30 меңдән дә кәм алмайҙар. Башҡарған хеҙмә­тенә ҡарап, 70 мең һумға ла етә”, – тине Илсур. “Ундай аҡса эшләү мөмкинлеге булғанда, хатта Себергә лә йөрөргә кәрәкмәй бит!”  тиеүемә, “Тап шулай. Күптәр ошо­но яҡшы аңлай, шуға күрә беҙҙә эштән китеүселәр юҡ кимәлендә. Әлеге ваҡытта урын бушағанын көтөп, сиратта тороусылар байтаҡ. Мәҫәлән, Себерҙә айына 100 мең һум эшләп ҡайтҡан кешенең, бер ай ял итһә, уртаса килеме 50 мең һум булып сыға. Беҙҙең коллективта элек вахта ысулы менән Себергә йөрөгәндәр ҙә бар. Улар ҙа, үҙ төйәгеңдә хеҙмәт итеүгә, ғаиләң янында булыуға бер нимә лә етмәй, ти”, – тип яуапланы эшҡыуар.

Илсур менән Тимурға бәлә­кәй­ҙән тормоштоң арыу уҡ һынауын үтергә тура килә. Ағаһына – туғыҙ, үҙенә биш кенә йәш булғанда атай-әсәйһеҙ ҡалалар. Уларҙы өләсәй­ҙәре Фәриҙә тәрбиәләп үҫтерә. Илсур БДУ-ның Сибай институтының физик тәрбиә факультетын тамамлай. Артабан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академия­һында белемен камиллаштыра.

Малайҙарға матур тәрбиә би­рергә, ысын кеше итеп үҫтерергә тырышҡан өләсәй, наҡыҫыраҡ йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, пенсия­һынан аҙ-аҙлап аҡса йыйып бара һәм мәрхүмә булыр алдынан ейәне Илсурға “машина алырһың” тип 150 мең һум аҡса бирә. Егет, етди генә уйланғандан һуң, иң ябай ҡорамаллы пилорам һатып ала һәм эшкә тотона. Был ваҡытта уға 20 генә йәш була. Тиҙҙән Себерҙә эшләп йөрөгән ағаһы Тимур ҙа уға ҡушыла. Әлбиттә, тәүге йылдарҙа килем, табыш тураһында һүҙ ҙә булмай, барлыҡ артҡан аҡса эшмәкәрлекте киңәйтеүгә, яңы техника һатып алыуға йүнәлтелә. Шулай ҙа әкренләп егеттәрҙең эше тауға үрмәләй башлай. Ә бөгөн инде улар – үрҙә яҙып үткәнебеҙсә, уңышлы, маҡсатлы, киләсәккә айыҡ аҡыл менән ҡараған йүнсел башҡорт эшҡыуарҙары.

Ошо көндәрҙә Илсур Нәбиуллин бизнестың өр-яңы тармағына тотоноп тора: Магнитогорск ҡалаһы үҙәгенән бина алып, уны тейешенсә ремонтлап, йыһазландырып, заманса стоматология үҙәге асырға йыйына.

“Илсур, ағас эшкәртеү һәм стоматология – бер-береһенән бөтөнләй алыҫ торған өлкәләр. Нисек улай йөрьәт итергә булдығыҙ?” тигән һорауға ла бик төплө яуап ҡайтарҙы эшҡыуар: “Күңелемә ят­ҡан шөғөл булһа, емертеп эшлә­йем. Теләк булһа, һәр ваҡыт маҡ­сатыңа өлгәшәһең. Ә стоматология үҙәге асыу идеяһын бер дуҫым тәҡдим итте. Үҙем дә бизнесты башҡа төрлө йүнәлеш буйынса ла үҫтереп ҡарау теләге менән ҡыҙыға инем, сөнки ҡайһы берҙә эшҡыуарлыҡта иртәгә нимә булырын күҙаллап та булмай. Мәҫәлән, беҙҙең эштә лә йә төҙөлөштәрҙең туҡтап ҡалыуы йә ағасҡа хаҡтар төшөүе, киреһенсә, үтә ныҡ күтәрелеүе ихтимал, шуға күрә тәүәккәлләп, ошо өлкәгә тотондом”.

 

Яҡшылыҡтан тыуа яҡшылыҡ

 

Илсур ҙа, Тимур ҙа үҙ эштәрен асҡандан алып, игелекле, изгелекле булып ҡалыуҙы йәшәүҙең төп асылы тип һанай.

– Бында өләсәй биргән тәрбиә лә сағылыш табалыр. Ул һәр ваҡыт беҙгә “игелекле, изгелекле булығыҙ” тип өйрәтте. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә бәрәкәттең бүлешкәндән бары тик арта барыуын яҡшы аңлайбыҙ. Кешеләргә яҡшылыҡ эшләүҙән, уларҙың ихлас ҡыуаны­уын күреүҙән, нисектер үҙең дә ҡанатланып, дәртләнеп китәһең, тағы ла ҙурыраҡ эштәргә тотонғо килә, – ти Илсур.

Эшмәкәрлектәренә бер йыл тигәндә, егеттәр Ҡорбан байрамында бер һарыҡ салдыра. Киләһе йылына – ике, артабан – өс һарыҡ. Ә быйыл бизнесҡа тотоноуҙарына 15 йыл тулыу айҡанлы ике баш һыйыр малы салдырып, тотош ауылға ҡорбан ите таратҡандар. “Аллаһы Тәғәлә беҙгә юлдар асҡан икән, уның ризалығында булырға тейешбеҙ. Эштәребеҙ ыңғай киткәс, үҙебеҙҙең йорт иҫке булыуға ҡа­рамай, иң тәүҙә ауылда мәсет тө­ҙөттөк. Бөгөн ул эшләп тора. Йы­лылыҡ, яҡтылыҡ өсөн барлыҡ сы­ғымды үҙ иңебеҙгә алғанбыҙ. Ауылдаштырымдың иманға тартылыуы күңелгә йылы бирә”, – ти эшҡыуар. Егеттәрҙең ҡылған изге­лектәрен, күрһәткән мәрхәмәт­лектәрен бер мәҡәләлә генә һанап бөтөү мөмкин дә түгелдер. 

Эйе, Илсурҙың күңелендә – тик изге ниәттәр. Башҡарған барлыҡ эше халыҡҡа ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Ауылдаштарына ял итеүҙе ойошторһонмо, күп балалы ғаилә­ләргә матди ярҙам күрһәтһенме – барыһы ла ихлас, күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл йәй ҡуртымға автобус алып, барлыҡ ауылдаштарын – йөҙләп кешене –  Талҡаҫҡа ял итергә алып сыҡҡан. Предприятиеһында ун йылдан ашыу эшләгән ир-егеттәрҙең бер нисәүһенә Сочи ҡалаһына юллама ла бүләк иткән.

Быйыл Илсур бер туған ағаһы Тимур менән Дубайҙа сәйәхәттә булып ҡайтҡан. Сит илдә йөрөгә­нендә эшҡыуарҙың башына хәтәр шәп уй килә: лайыҡлы ике әсәйҙе Төркиәгә ял итергә ебәреү ниәте менән яна башлай. Әммә сит илгә сығыу мәшәҡәттәрен иҫәпкә алып, был уйын икенсегә бора: “Яҡтыкүл” шифаханаһын иҫенә төшөрә.

Башҡортостанға ҡайтыу менән ошо изге ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн “Инстаграм” селтәрендәге сәхифәһенә белдереү яҙа. Айырым хэштег ҡуйып, яҙылыусыларына был хаҡта белдерә һәм конкурста ҡатнашыу шарттары менән таныштыра. Күп тә үтмәй, бик күптәр әсәйҙәре тураһында йөкмәткеле яҙмалар ебәрә башлай. Барлығы йөҙләгән әсә тураһында стористар килә һәм бөтәһе лә тиерлек – ялға лайыҡ әсәйҙәр. Ә эшҡыуар ике әсәй өсөн генә бүләк әҙерләгән. Илсур тиҙ арала дуҫтарына, таныштарына: “Әйҙәгеҙ, тағы ла биш әсәйгә юллама бүләк итеү өсөн аҡса йыяйыҡ!” – тип мөрәжәғәт итә.

Илсурҙың әйтеүе була, төрлө тарафтағы дуҫтары, таныштары уның идеяһын күтәреп тә ала. Тәүгеләрҙән булып юрист, эш­ҡыуар, Ҡоролтайҙың Йәштәр парламенты ағзаһы Рәмил Әһлет­динов, эшҡыуарҙар Кинйә Ҡотло­ғолов, Руслан Ишбулатов, Илһам Хәбиев, Рита Шәмсетдинова, Айтуған Фәттәхов, Альберт Йосопов, туй-байрамдар алып барыусы Светлана Үтәева, табип-хирург Айҙар Ғүмәров, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса йәштәр министры Азамат Байрамғолов, такси хеҙ­мәте етәксеһе Руслан Мәхмүтов, музыкант Зәйнетдин, “Урал” такси хеҙмәте етәксеһе Ғаяз арыу ғына сумма ебәрә. Шулай уҡ сит илдәге дуҫтары – АҠШ-тан Илсур менән Дубайҙан Ринат та был изге эштән ситтә ҡалмай. Шулай уҡ халыҡ араһынан да әҙләп булһа ла аҡса күсереүселәр күп була. Һөҙөмтәлә йәмғеһе 82 мең һум аҡса йыйыла.

Илсур, кәләше Әлиә менән тура эфир үткәреп, барыһы алдында ял итергә барасаҡ әсәйҙәрҙе ғәҙел һайланы. Уларҙың береһе лә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа ял йорттарында, шифаханала булмаған. Күбеһе күп бала тәрбиәләп үҫтергән, араларында сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балалар баҡҡандары ла бар.

Шулай итеп, бындай матур мөмкинлек – “Яҡтыкүл” шифаха­наһында ял итеү бәхете Ғафури районынан Ғәйшә Насирова, Бай­маҡ районынан Айгөл Рәжәпова, Бөрйәндән Сәмәрә Байназарова, Ейәнсуранан Ғәшиә Дәүләтҡолова, Әлшәй районынан Айгөл Вәлиева, Әбйәлилдән Илнара Сафиуллина, Учалынан Эльвира Ишемғужина, Әбйәлилдән Мәмдүҙә Хәлисова өлөшөнә төштө.  Бә­хетле әсәйҙәр Әбйәлилдең данлыҡлы шифа­ханаһында бер аҙна ял итте.

Әсәйҙәр рәхмәт әйтә

 

Беҙ ял итеүселәрҙең хәл-әхүәл­дәре, тәьҫораттары тураһында белештек. Әсәйҙәр шул тиклем ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

– Барыбыҙ ҙа ҙур ҡыуаныс ме­нән килдек. Һәр беребеҙгә шәх­сән дауалау алымдары яҙҙылар. Беҙ, йәшерәктәр, олораҡтарға ярҙам иттек. Мин иң йәш әсәй булһам, иң олобоҙ – Ейәнсура районынан Ғәшиә Дәүләтҡолова. Көн һайын һәр ҡайһыбыҙ беҙгә ошондай матур бүләк яһаған Илсур Нәбиуллинға, уның дуҫтарына рәхмәт уҡыныҡ, әле лә, эштәре һәр ваҡыт уң барһын, тип теләп кенә торабыҙ, – тине Әбйәлил районының Айғырбатҡан ауылынан килгән Илнара Сафиуллина.

Илнара – өс бала әсәһе. 32 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, уға тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға тура килгән. Өлкән ҡыҙы – 12 йәшлек Айзилә – сәләмәтлеге йәһәтенән үҙенсәлекле бала. Уртансы улы – ете йәшлек Ирхан менән дә байтаҡ тормош һынау­ҙа­рын йырып сығырға тура килгән көслө рухлы әсәгә. Тағы ла уларҙың ғаиләһендә биш йәшлек Йәсминә үҫә.

– Бындай ял тураһында ғүмерҙә лә хыялланмағайным. Тәүҙә конкурста ҡатнашырға ҡыймай йөрө­нөм. Бик күп таныштарым, “ҡатнаш” тип өгөтләгәс, йөрьәт иттем. Әлбиттә, конкурста бик күп әсәйҙәр ҡатнашты, һәм мин уларҙың һәр береһенең ошондай ялға лайыҡ булыуына тамсы ла шикләнмәйем, хәлемдән килһә, барыһына ла үҙем юллама бүләк итер инем, – тине Илнара ихлас күңелдән.

Мәмдүҙә Харрас ҡыҙы Хәлисова – Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан.

– Ҡыҙым, Илсур иғлан иткән конкурста ҡатнашып, минең хаҡта яҙып ебәргән. Шулай итеп, миңә һигеҙ бәхетле әсәйҙең береһе булырға, йәғни “Яҡтыкүл” шифаха­наһында ял итергә насип булды. Бала саҡтан III төркөм инвалидымын. Аяҡ-быуындар менән ыҙала­ғас, бында тап шул йүнәлештә дауалау курсы алдым. Шифахана шул тиклем ныҡ оҡшаны!

Физик йәһәттән мөмкинлектәрем сикләнһә лә, Аллаһы Тәғәлә 36 йәштә ике ҡыҙға әсәй булыу бәхете бүләк итте – игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерҙем. Бөгөн улар үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Балаларымдың шатлыҡтарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ғүмер итәм. Әлбиттә, ошондай матур ял өсөн Илсур Нәбиуллинға мең рәхмәт! – тип фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты Мәмдүҙә апай.

Ял итеүселәр араһында иң оло әсәй булған Ғәшиә Хәйбулла ҡыҙы Дәүләтҡоловаға – 76 йәш. Ул Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылынан. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған ҡатын ул.

– 33 кенә йәшендә тормош иптәшем электр тогына һуғылып үлеп ҡалды, ике көн үтеүгә, улым тыуҙы. Шулай итеп, улыма атай төҫөн күрмәй үҫергә тура килде инде. Был конкурсҡа минең турала улымдың ҡыҙы – ейәнсәрем яҙып ебәргән, – ти Ғәшиә апай. – Йәшем арыу уҡ олоғая барыуға ҡарамай, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип йәшәргә тырышам, йәйгеһен баҡса үҫтерәм. Коронавирус башланғанға тиклем ауылыбыҙҙа эшләгән фитнес буйынса түңәрәккә йөрөнөм, мәҙәниәт йортондағы бер концертты ла ҡалдырмай инем.

Ғәшиә Хәйбулла ҡыҙы менән бергә ял иткән әсәйҙәр уның шул тиклем теремек, йор, мәрәкәсел һүҙле булыуын айырып билдәләне. “Ғәшиә апайға ҡарап һоҡланып бөтә алманыҡ, һәр ваҡыт көр кәйефтә, бер һүҙе менән генә лә кешенең күңелен күтәрә белә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, етеҙ, хәрәкәтсән булыуына һоҡландыҡ, хатта беҙҙең менән бассейнға ла йөрөнө. Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк, тип һығымта яһаныҡ үҙе­беҙгә”, – тине әлеге көндә Учалы районының Учалы ауылында гөр­ләтеп донъя көткән Эльвира Ишем­ғужина. Уға, яҙмыш ҡушыуы буйынса, үҙенең өс балаһынан тыш, һеңлеһенең өс малайын тәрбиәгә алырға тура килгән. “Бер, өс һәм туғыҙ йәшлек малайҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу еңел булманы, әлбиттә. Хәҙер ҡәҙимге ҙурайҙы­лар, барыһы ла – мәктәп уҡыусылары, тырышып белем алалар. Был конкурсҡа минең хаҡта опекаға алған улдарыбыҙҙың өлкәне яҙып ебәргән ине”, – ти Эльвира.

Сәмәрә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Байназарова Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәй. Биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсә. Ағаһы менән еңгәһе мәрхүм булып ҡалғас, уларҙың ҡыҙын тәрбиәгә ала. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны булған Сәмәрә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә яратҡан эшен башҡара. Өс ҡыҙы, әсәһенең юлын дауам итеп, медицина өлкәһе буйынса һөнәр һайлаған.

– Ауыл ерендә йәшәп, эшләп тә йөрөгәс, бер ҡасан да бындай ял тураһында уйлағаным да, ҡайҙалыр барырға йөрьәт иткәнем дә юҡ ине. Шифаханала тәүге тап­ҡыр ял иттем. Ныҡ оҡшаны, дауалау алымдары шул тиклем уйла­нылған, килешле, – тип ошондай ял мөмкинлеге бүләк иткән Илсурға һәм шифахана хеҙмәт­кәрҙәренә ихлас рәхмәтен еткерҙе ул.

Ғәйшә Насирова – Ғафури районының Ташбүкән ауылынан. Дүрт бала үҫтергән өлгөлө әсә ул. Бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай, ауылда ниндәй эш бар, һайлап тормай: икмәк бешереүсе лә, хат ташыусы ла, ауыл клубында художество етәксеһе лә була, хатта шәхси магазин да аса. Илсур Нә­биуллин ойошторған конкурсҡа әсә­һе хаҡында ҡыҙы Светлана яҙып ебәрә һәм һигеҙ юлламаның берәү­һе тап Ғәйшә апай өлөшөнә төшә.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Айгөл Рәжәпова – сәскә кеүек өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсә. Әлеге ваҡытта туҡмас, билмән етештергән шәхси предприятиела эшләй. Конкурста ҡыҙы Азалия ҡатнашып, әсәһенә ҙур бүләк эшләгән.

 

“Афарин”дан башҡа һүҙ юҡ

 

Әлбиттә, ни тиклем генә киң эш­мә­кәрлек алып бармаһын, эш­ҡыуарҙар барлыҡ мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙып бөтә алмай. “Ҡайһы берҙә ошо сәбәпле ауыр һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Әммә беҙ бит мәрхәмәтлек фонды түгел. Һуңғы йылдарҙа үҙем дә һәр һораған осраҡ өсөн аҡса тара­тыуҙан ситләшеп, күрһәткән ярҙа­мым социаль йәһәттән ниндәйҙер әһәмиәткә эйә булырға тейеш  тигән фекерҙәмен. Бына әле һигеҙ әсәйгә шифаханала ял итеү мөмкинлеге бүләк иттек. Әлбиттә, ул юлламаларҙы, бәлки, үҙем дә һатып ала алыр инем, әммә был изге эште бергәләп башҡарыу бөтөнләй икенсе һөҙөмтә бирҙе. Аҡса йыйыуҙы япҡандан һуң, күп кенә эшҡыуарҙар, етәкселәр: “Беҙҙең дә ҡатнашҡыбыҙ, изге эшкә өлөш индергебеҙ килә”, – тип яҙҙы. Юллама эләкмәгәндәрҙең балалары: “Баҡтиһәң, әсәйемдең шул тиклем шифаханаға барғыһы килгән икән, үҙебеҙ бүләк итергә булдыҡ”, – тип хәбәр итте. Бына ошолар мөһимерәк, минеңсә. Беҙ күп осраҡта, эш, донъя мәшәҡәттәре менән мауығып, эргәбеҙҙәге яҡыныбыҙҙың ниндәй уй-хәстәр менән йәшәп ятыуы хаҡында ла ҡыҙыҡһынмайбыҙ. Иртәгә ни булырын, ғүмер ебенең ҡасан өҙөлөрөн бер кем дә белмәй, шуға күрә үҙ мәлендә изгелектәр, яҡшылыҡтар эшләп ҡалайыҡ”, – тип фәлсәфәүи һәм тәрән мәғәнәле фекерҙәрен еткерҙе йәш эшҡыуар.

Илсур Нәбиуллин кеүек аҫыл башҡорт егеттәренә “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең! Һәр ваҡыт шулай юлдар асылып торһон, ябай кешеләрҙе ололаған, нәфсе, аҡса ҡолона әйләнмәй, изгелекле булып ҡала белгән өсөн Илсурҙың да, ағаһы Тимурҙың да тормошонда көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыш-ҡаҙаныштар мул булһын!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас