Социаль мәсьәлә
17 Декабрь 2021, 05:00

Ул ауылды һайланы

Мишкә үҙәк район дауаханаһына йәш белгес — терапевт ҡайтты. Алты йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алғандан һуң, Камай ауылы егете Илфир Кәримов тыуған районында хеҙмәт юлын дауам итәсәк.

– Илфир бәләкәйҙән үҙ-үҙенә талапсан, тырыш булды. Үҙем мәктәптә эшләгәс, гел балаларыма таяндым. Ниндәй конкурс, олимпиада булһын, ҡыҙым менән улымды йөрөттөм. Аллаға шөкөр, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Илфир биология, химия менән ҡыҙыҡһынды. Табип булырға хыялланды, – ти егеттең әсәһе Лиана Кәримова.

11-се класты уңышлы тамамлаған Илфир хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан дәүләт медицина университетына юллана, ләкин балдары тулмай, кире ҡайтырға тура килә. Ныҡышмал егет, күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына, биология-химия факультетына уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлағас, ул тағы ла документтарын медицина университетына тапшыра. Табип булыу теләге, күрәһең, көслө булған егеттә: 2015 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Әммә өс ай уҡығас, декабрҙә Илфир Кәримовты хәрби хеҙмәткә алалар. Шулай итеп, бер йылдан һуң ғына уҡыуын дауам итә ул. Тырыш егет, өсөнсө курстан һуң шәфҡәт туташы курсын үтеп, хеҙмәт юлын башлай, уҡыуҙан һуң төнгө сменаларға йөрөй. Дүртенсе курста баш ҡала дауаханаларының береһендә эш башлай. Бик еңел булмаған осорҙа эшләргә тура килә Илфир Илфат улына. Тап ошо ваҡытта COVID-19 пандемияһы башлана. Ул эшләгән дауахананы ковид-госпиталгә әйләндерәләр. Йәш белгес “ҡыҙыл зона”ға эләгә.

– Ковид-госпиталдә эшләй башлағас, уның өсөн ныҡ борсолдоҡ. Илфирҙан: “Һөйлә әле, кеше был сир менән ысынлап та шулай ныҡ ауырыймы? Әллә халыҡты шулай ҡурҡыталар ғынамы?” – тип һорай торғайныҡ. “Мин күргәндәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын”, – тип кенә яуап бирҙе улым, – ти әсәһе.

Бала саҡтан хыял иткән һөнәрен һайлаған егет үҙен бәхетле һанай. Баш ҡаланың ылыҡтырғыс тормошона ҡыҙыҡ­майынса, тыуған районына ҡайтҡан йәш белгескә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Читайте нас