Социаль мәсьәлә
18 Декабрь 2021, 11:30

Бүләккә – диплом, китап һәм самауырҙар...

Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөткән Зиннәт Низам улы бөгөн дә ҡурайын ҡалдырмаған, ҡатнашыусыларҙы ҡурай моңо һәм йыры менән ҡыуандырҙы.

Бүләккә – диплом, китап һәм самауырҙар...Бүләккә – диплом, китап һәм самауырҙар...
Бүләккә – диплом, китап һәм самауырҙар...

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры байрамса кейенгән балаларҙың, бәхетле ата-әсәләрҙең  шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Яңы йыл алдынан республиканың иң татыу, иң берҙәм ғаиләләре, төрлө конкурс еңеүселәре менән осрашыу, сәй табыны янында аралашыу, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу беҙҙә күркәм йолаға әүерелгән.

Был юлы Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” һәм “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурстарында республика исеменән уңышлы сығыш яһаусы һәм еңеү яулаусыларҙы тәбрикләргә Башҡортостан Башлығының хәләл ефете, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова килде.

Яңы йыл байрамы алдынан бик матур итеп биҙәлгән фойе, ҡупшы шыршы, сағыу гирляндалар, йылы мөнәсәбәт, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр, бүләктәр оҙаҡ йылдарға матур хәтирә булып һаҡланыр. Беҙ был береһенән-береһе күркәм ғаиләләр менән күптән таныш инде. Мәҫәлән, Салауат районынан һигеҙ йәшлек улы Линар, биш йәшлек ҡыҙы Лилиә менән осрашыуға саҡырылған Ирина һәм  Айбулат Хәйрисламовтарҙы  күптәр беләлер. Улар  Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы” конкурсының “Йәш ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Бөгөн сараға Ирина Ринат ҡыҙының килмәү сәбәбен дә белдек һәм һөйөндөк, баҡһаң, әсә ун көнлөк кенә улдары Ридан менән өйҙә ҡалырға мәжбүр булған.

Мәләүез районынан килгән Мәхмүтовтар ғаиләһе  ошо уҡ мәртәбәле конкурста “Алтын ғаилә” номинацияһында еүеүсе булғайны.Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән Зиннәт Низам улы бына илле йыл буйы  татыу тормош ҡороп, аңлашып,  дүрт бала,  тиҫтәгә яҡын ейән һәм бүләләр үҫтереп, йәшәүҙән йәм табып йәшәй белә.  Ғаилә башлығы “Трудовик” колхозында механизатор булып эшләп, Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булған, “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөтә. Ғүмер буйы үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашып, йыр-моң донъяһында гиҙгән Зиннәт Низам улы бөгөн дә ҡурайын ҡалдырмаған, сарала ҡатнашыусыларҙы ҡурай моңо һәм йыры менән ҡыуандырҙы. Фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән райондың мәҙәни тормошонда әле лә әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр. Осрашыуға улар ҡыҙҙары Гөлсинә һәм Гөлшат, кейәүҙәре Айнур, Дамир менән килгән.

Аис Маликов һәм Гөлсирен Дербенева, моғайын, республикала иң күп бала тәрбиәләгән ғаиләлер ҙә.  Краснокама районында йәшәгән пар 28 бала тәрбиәләй, хәҙер өс ейәндәре бар. Бөтә Рәсәй  “Ғаилә йылы” конкурсында “Иң күп балалы ғаилә” номинацияһында улар хаҡлы рәүештә  еңеүсе булды. Ата-әсә балаларҙың бишеһен уллыҡҡа, 23-өн тәрбиәгә алған. Ысын мәғәнәһендә интернациональ ғаилә,  төрлө милләт балаларына яҡшы тәрбиә, белем, һөнәр бирергә тырышалар. Осрашыуға  ете балалары менән килгәндәр.

Зөлиә һәм Ғәзиз Сираевтар - Бишбүләк районында иң әүҙем ижади ғаиләләрҙең береһе. Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулағандан һуң, Бөтә Рәсәй бәйгеһендә уңышлы сығыш яһанылар. Әле йәш ғаилә Әмир һәм Әминә исемле ике бала тәрбиәләй. 2020 йылда “Өлгө ал” республика конкурсында ҡатнашып, “Атайым проекты”нда еңеү яулағандар. Ауыл эргәһендәге шишмә биләмәһен төҙөкләндереү эшен үҙ өҫтөнә алғандар.  Уларҙың тағы бер мауыҡтырғыс шөғөлдәре бар – самауырҙар коллекцияһын тулыландырыу менән мәш киләләр. Ғаилә сәйәхәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Зөлиә заманса визажист  һөнәрен үҙләштерһә, Ғәзиз ата-бабаларҙың эшен дауам итә. Эшҡыуар һарыҡсылыҡты үҫтереүгә мөкиббән тотонған. 350 һарыҡҡа “етәкселек итеү” еңел түгелдер, әлбиттә. Әммә егет һыр бирмәй, ер ҙә, эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ти.

Ишембай районынан осрашыуға килгән Исмәғилевтәр “Волга буйының уңышлы ғаиләһе”конкурсының “Иң татыу ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулағайны. Гөлфәйрүз Авзалҡан ҡыҙы әйтеүенсә,  иптәше Ишбулды Миңлегәрәй улы менән әле һигеҙ баланы тәрбиәләйҙәр , бер баланы уллыҡҡа алғандар. Бөгөн ете ҡыҙы һәм ике улы менән осрашыуға килгәндәр. Ҡайһы бер балалары күптән үҙ аллы тормош көтә, сабыйҙарын тәрбиәләй.

Бына шундай өлгөлө, һоҡланғыс, хеҙмәт һөйөүсән ата-әсәләр менән танышып, фәһем  алдыҡ, ғорурландыҡ һәм ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәр бала өсөн һөйөндөк. Мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып, республика данын яҡлаған, балаларына яҡшы йәшәү  өлгөһөн күрһәткән ғаиләләр дипломдар, таныҡлыҡтар менән наградланды, ә балалар  китаптар,байрам бүләктәре алып ҡыуанды. Бүләккә бирелгән самауырҙар ғаилә мөхите, күңел  йылыһы, табын муллығы билдәһе булып  йорттарҙы биҙәһен.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас