

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Ишембай психоневрология интернатының өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә булды. Бүлексә 1 654 квадрат метр майҙанды биләгән ике ҡатлы бинала урынлашҡан, 72 урынға иҫәпләнгән.
Интернат директоры вазифаһын башҡарыусы Айрат Әхмәров бында Ишембай районынан һәм яҡындағы муниципалитеттарҙан 63 кеше йәшәүен белдерҙе. Барыһы ла - пенсионерҙар һәм сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Улар тейешле медицина, көнкүреш ярҙамын ала, социаль хеҙмәттәрҙән файҙалана.
Республика етәксеһе өлкәндәрҙең йәшәү шарттары, учреждениеның ихтыяжы менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ интернатта йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы уңайынан ҡотлап, һаулыҡ теләне, ял бүлмәһе өсөн телевизор бүләк итте.
– Бүлексә бинаһы ремонт талап итә, беҙ уны мотлаҡ 2022 йылда эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Кешеләрҙе борсоған һорауҙарҙы иғтибар менән өйрәнәсәкбеҙ, һәр береһе буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148537.html
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.