

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда өлкән быуын граждандары мәнфәғәттәрендә эшмәкәрлек итеү стратегияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса 2021-2025 йылдарға саралар планы раҫланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, 2016 йылда Рәсәйҙә өлкән быуын граждандары мәнфәғәтендә 2025 йылға тиклем Эшмәкәрлек стратегияһы әҙерләнде.
– Беҙҙең республика илдә халыҡ иҫәбе буйынса етенсе урында тора. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың дүрттән бер өлөшө – бер миллиондан ашыуы – пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр, – тине Андрей Назаров. – Хәҙер социаль сәйәсәттең яңы, һөҙөмтәлерәк моделенә йәмәғәт ихтыяжы барлыҡҡа килде.Уларҙың аралашҡыһы, спорт, ижад менән шөғөлләнгеһе, белем алғыһы килә. Беҙ даими рәүештә оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса саралар күреүҙе дауам итәбеҙ.
Мәҫәлән, республикала 39 гериатрия кабинеты асылды, “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” проекты эшләй башланы, социаль туризм үҫешә, тәрбиәгә мохтаж кешеләрҙең йәшәйешен яйға һалыуҙың яңы технологиялары индерелә.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, “Демография” милли проекты сиктәрендә ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы, халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең һаулығы һәм именлеге, 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем арттырыу - өҫтөнлөклө бурыстар, тип билдәләне.
– 2025 йылға стратегияны тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса беҙ инвалидтар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән төркөмдәр өсөн уңайлы социаль, транспорт, инженер инфраструктураһы объекттары өлөшөн 74 процентҡа тиклем арттырырға тейешбеҙ. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән өлкән быуын граждандарының 48 процентын эшкә урынлаштырырға, 55 йәштән 79 йәшкә тиклемгеләрҙең 21 процентын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар менән тәьмин итергә, оҙайлы тәрбиәгә мохтаж булғандарҙың 40 процентын хеҙмәтләндерергә һәм теләгән һәр кемде финанс грамоталылығына уҡытырға тейешбеҙ, – тине Ленара Иванова.
Өлкән йәштәге кешеләргә проекттың туризм, ижад һәм спорт кеүек йүнәлештәре айырыуса ныҡ оҡшаған. Беҙҙә 2020 йылдың октябренән Башҡортостан Башлығының “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” проекты тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә сәләмәтлекте һаҡлауға, әүҙем йәшәү рәүешен формалаштырыуға, өлкән быуын кешеләрен йәмғиәткә интеграциялауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Проекттың Туризм йүнәлеше буйынса экскурсия программалары менән ҡала һәм райондарҙа йәшәгән 2,5 меңдән ашыу өлкән быуын кешеһе файҙаланған да.
Яҡын арала “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” порталын эшкә ҡушырға йыйыналар. Ул пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр өсөн мөһим мәғлүмәт сығанағына әйләнәсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54143
Фото: stupino.msr.mosreg.ru