Социаль мәсьәлә
21 Декабрь 2021, 17:30

“Теләктәр шыршыһы” теләктәрҙе ҡабул итә башланы

Республика Башлығы Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шыршы шарын алды. Ул кемдәрҙең теләктәрен үтәйәсәк?

“Теләктәр шыршыһы” теләктәрҙе ҡабул итә башланы“Теләктәр шыршыһы” теләктәрҙе ҡабул итә башланы
“Теләктәр шыршыһы” теләктәрҙе ҡабул итә башланы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын башланы. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә открыткалар рәүешендә Яңы йыл шыршыһын ҡуйғандар.

“Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Уның асылы шунда: илдең һәр кешеһе Елкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашыусыларға – етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ҡаты сирле кешеләргә Яңы йыл бүләге яһай ала.

Башҡортостанда проектҡа 531 кеше, шул иҫәптән республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҡушылды.

Төбәк етәксеһе Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шыршы шарын алды. Мәҫәлән, Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер, ә 15 йәшлек Өфө егете Данил Ларуков поезд машинисы булырға теләй. Йәнә Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолова Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе хаҡында хыяллана.

– “Теләктәр шыршыһы”нда теләктәр яҙылған шарҙар бик күп, беҙ уларҙың барыһын да мотлаҡ үтәрбеҙ. Был ауыр хәлдәгеләрҙең бөтәһенә лә ярҙам булыр. Яңы йыл алдынан уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Ә балаларҙың хыялдары әллә ни ҙур түгел. Поездың идара итеү пульты артында йөрөү теләге ғәжәпләндерҙе. Быны ойоштороу мөмкинлеген ҡарарбыҙ. Бәлки, “Орлан”да бергәләп тә йөрөрбөҙ әле, – тине Радий Хәбиров. –  Был, ысынлап та, һәйбәт акция. Ул айырым хәстәрлеккә мохтаж балаларға беҙҙең күңел йылыһын өләшергә ярҙам итә. Проектта ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра.

“Теләктәр шыршыһы”нан тыш, республикала инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһы уҙғарыла. Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ойоштора. Сара барышында теләктәр яҙылған хаттарҙы махсус йәшниктәрҙә ҡалдырырға мөмкин. Уларҙы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында һәм "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ҡуйҙылар. Балаларҙан теләктәр 29 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе музейында ла булды. Ул партияның 20 йыллығы айҡанлы асылғайны. Бында электрон, баҫма һәм фотодокументтар тупланған. Стендтарҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген сағылдырған мәғлүмәт тәҡдим ителә. Рәсәй Президентын, Башҡортостан Башлығын һәм республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тураһындағы материалдар ҙа бар. Музей шулай уҡ “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” төбәк бүлексәһе ирекмәндәренең эше тураһында һөйләй.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148546.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148546.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас