Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2021, 15:30

Улар эшенән ебәреләсәк

Андрей Назаров: "Бер кемдең дә башынан һыйпамаясаҡбыҙ”.

Улар эшенән ебәреләсәкУлар эшенән ебәреләсәк
Улар эшенән ебәреләсәк

“Хөкүмәт ултырышында Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта социаль объекттар төҙөү ваҡытының ни өсөн үтәлмәүен тикшерҙек”, тип яҙҙы Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

“Тимәк, бындағы халыҡ үтә кәрәкле объекттарҙы үҙ ваҡытында ала алмаясаҡ. Йәнә асыҡланыуынса, Мәсәғүт буйынса проект ваҡытында төҙөп өлгөртөрлөк итеп эшләнмәгән - бурыстарына яуапһыҙ ҡарағандар.

Мин һәр етешһеҙлектең үҙ исем-шәрифе бар тип иҫәпләйем. Был осраҡта Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында, Капиталь төҙөлөш идаралығындағы яуаплы хеҙмәткәрҙәр үҙ бурысын үтәмәгән. Улар эшенән бушатыласаҡ. Был мәсьәләләрҙә бер кемдең дә башынан һыйпамаясаҡбыҙ”, – тип яҙҙы Премьер-министр.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас