Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2021, 15:00

11 йәшлек Евгенийға– Башҡортостан Башлығы бүләге

“Өс йәшлек Елизавета, ете йәшлек Илья, 11 йәшлек Женя, 13 йәшлек Александр беҙ хатты ебәргәнсе йоҡларға ятманы. Тик интернет, ниңәлер, ашығырға теләмәне..."

11 йәшлек Евгенийға– Башҡортостан Башлығы бүләге11 йәшлек Евгенийға– Башҡортостан Башлығы бүләге
11 йәшлек Евгенийға– Башҡортостан Башлығы бүләге

Шишмә районында йәшәгән 11 йәшлек Евгенийға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бүләге тапшырылды.

Малайҙың әсәһе Татьяна Борисовна әйтеүенсә, заявканы һуңғы көндә кис көнө генә ебәргәндәр, шуға күрә Евгений хыялының тиҙ тормошҡа ашыуына һаман ышана алмай.

“Өс йәшлек Елизавета, ете йәшлек Илья, 11 йәшлек Женя, 13 йәшлек Александр беҙ хатты ебәргәнсе йоҡларға ятманы. Тик интернет, ниңәлер, ашығырға теләмәне. Хаттар бер генә минут айырма менән оҙатылды – 23.57, 23.58, 23.59. Александрҙың заявкаһы 00.01 сәғәттә теркәлде, шуға күрә гитараһыҙ ҡалдыҡ. Ә бәләкәстәр Ҡыш бабайҙан велосипед, планшет, уйынсыҡ һораны”, – тип тәьҫораттары менән бүлешә әсә.

Евгенийҙың теләген Башҡортостан Башлығы үҙе башҡарасағын Будановтар кис көнө һуңлап ҡына белә. Ышана алмайҙар, шулай ҙа йоҡлар алдынан улдарына әйтәләр. ”Оло ҡыҙыбыҙ Анастасия айырым йәшәй, ғаиләбеҙ менән буш ваҡытты бергә үткәрергә яратабыҙ, – ти Татьяна Буданова. – Улыбыҙ алсаҡ, төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгел”. Евгенийҙың класс етәксеһе Светлана Рассолова әйтеүенсә, ул ҡыҙыҡһыныусан, конкурстарҙа ҡатнашырға яратыусан, әүҙем малай. “Бындай уҡыусылар менән эшләү ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙыра”, - ти ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Яңы йыл ағасынан “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт уйынсыҡ шарҙы алған. Уларҙа 11 йәшлек Евгений Будановтың, һигеҙ йәшлек Нияз Ҡәйүмовтың, 11 йәшлек Элина Йомағолованың һәм 15 йәшлек Данил Ларуковтың теләктәре яҙылғайны. Республика етәксеһенең бүләген тапшырыу миссияһын Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров үтәне.

Фото: Шишмә районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас