

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проектына һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбановтың “Асыҡ йөрәк” фонды ярҙамына ярашлы “Балалар тураһында хәстәр” акцияһы ойошторолған.
Проект сиктәрендә бөгөн баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында социаль хәүеф төркөмөндә булған балаларҙы ҡотланылар.
Балалар өсөн бейеү коллективтары һәм цирк артистары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо, тәмлекәстәр таратылды.
“Ҡәҙерле балалар, мин һеҙҙе Яңы йыл байрамында тәбрикләүемә шатмын. Ул өмөт һм изгелек символы булып тора. Балалар тураһында хәстәр күреү – беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе. Хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша – шуны иҫтә тотоғоҙ. Яңы йыл каникулдарын имен-аман үткәреп, уҡыуҙы яңы маҡсаттар менән башлағыҙ. Бәхет һәм шатлыҡтар һәммәгеҙгә!” – тине Ризуан Ҡорбанов, байрам менән ҡотлап.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, “Балалар тураһында хәстәр” акцияһы икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм балалар өсөн ысын байрам ойошторола. Акция барышында 3 400 самаһы балаға бүләктәр тапшырыласаҡ.
Фото: "Башинформ".