

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин Башҡортостандағы “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.
Акция талаптарына ярашлы, ул Өфө балаларының хыялдарын тормошҡа ашырҙы: Артем Фәрхетдинов Ҡыш бабайҙан – ботинкалары менән сноуборд, Денис Никитин планшет һораған. Уларҙың икеһенең дә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән.
"Был бик файҙалы һәм дөрөҫ проект, унда беренсе йыл ғына ҡатнашмайым. Балаларына теләгән әйберен ала алмаған ғаиләләр ошондай ирекмәнлек ярҙамы менән яҡланырға тейеш. Бүләктәрҙе үҙем барып тапшырҙым, Ҡыш бабай кейемен дә кейҙем. Был үҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. Шуға күрә лә битараф булмаған һәм хәлдәренән килгән барлыҡ кешеләрҙе лә ҡатнашырға саҡырам. Бүләктәр балаларға мотлаҡ барып етергә тейеш", – тине Александр Сидякин.
Открыткаға яҙылған теләктәр эленгән шыршылар “Берҙәм Рәсәй” төбәк партияһының төбәк бүлексәһендә һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған. Республикала проектҡа 500-ҙән ашыу кеше ҡушылған, шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар.
“Теләктәр шыршыһы” һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсә ҡарауынан ҡалған һәм мохтаж ғаиләләрҙән булған балаларға байрам мөхитен тойоу, Яңы йыл тылсымына ышанырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Акция башланғандан алып 21 меңдән ашыу баланың теләге үтәлгән. Бындай саралар ил төбәктәре Хөкүмәттәрендә, дәүләт корпорацияларында уҙғарыла, ә 2021 йылдан акцияға Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы палатаһы ла ҡушылды.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең рәсми сайты.