

Йылайыр районының Матрай ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр приютында, Йылайырҙыҡыларҙан башҡа, Баймаҡтан да балалар тәрбиәләнә. Йыл һайын Яңы йыл һәм 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә ике төбәктең хакимиәт башлыҡтары шәхсән үҙҙәре килеп, байрам тамашаһында ҡатнашып, бүләктәр тарата.
Ошо көндәрҙә лә, Яңы йыл алдынан, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Матрайҙағы приютҡа килде. Был хаҡта Фәнис Әминев социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған:
"Яңы йыл - мөғжизә һәм теләктәрҙең тормошҡа ашыу мәле. Был байрамды айырыуса балалар көтөп ала. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән Матрай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында булдыҡ. Унда беҙҙең райондан 11 бала тәрбиәләнә. Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ирекмәндәре һәм "Йәйғор" байрам студияһы менән бергә балалар өсөн матур тамаша ойошторҙоҡ, бүләктәр бирҙек".
Шулай ҙа бында тәрбиәнеүселәр Яңы йылдан иң ҙур мөғжизәне - тиҙерәк ғаиләгә ҡайтыуҙы көтә. Балаларҙың был теләктәре лә тормошҡа ашһын!
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.