Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2021, 15:40

Рөстәм Ишмөхәмәтов кемгә бүләк тапшырған?

“Теләктәр шыршыһы” мәрхәмәтлек акцияһында һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн...

Рөстәм Ишмөхәмәтов кемгә бүләк тапшырған?Рөстәм Ишмөхәмәтов кемгә бүләк тапшырған?
Рөстәм Ишмөхәмәтов кемгә бүләк тапшырған?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

"Миңә Талбазы ауылынан Серафима Васильеваның һәм Красноусолдан Камилла Хоҙайбирҙинаның теләктәрен тормошҡа ашырыу бәхете тейҙе. Улар планшетлы булыу тураһында хыялланған. Ауырғазы һәм Ғафури райондарына эш сәфәре ваҡытында балаларға бүләктәрҙе тапшырҙым. “Теләктәр шыршыһы” - бик яҡшы сара. Кемгә уның күберәк ҡыуаныс килтергәнен хатта әйтә лә алмайым – бүләк биреүсегәме, әллә алыусығамы. Миңә Ҡыш бабай булыу бик оҡшаны", – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

“Теләктәр шыршыһы” мәрхәмәтлек акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән 2019 йылдан уҙғарыла. Унда илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Бының өсөн Ёлкажеланий.рф порталында теркәлергә лә етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр сирлеләргә Яңы йыл бүләген бирергә мөмкин.

Былтыр Башҡортостанда акция нигеҙендә ошондай бүләккә бер меңдән ашыу теләк килгән. Балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһына ҡараған 60-ға яҡын депутат ҡатнаша.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.   

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас