

2012 йылда “Башнефть” ААЙ (“Роснефть” нефть компанияһы” АЙ инә) “Шәфҡәтле йөрәктәр” корпоратив ирекмәндәр хәрәкәте байрағы аҫтында “Ҡыш бабай бүләге” исемле тәүге акция үткәргәйне. Унда компания хеҙмәткәрҙәре әле лә ҡатнаша.
Был акция барышында меңдәрсә хеҙмәткәр приюттарҙағы, балалар йорттарындағы, социаль-реабилитация үҙәктәрендәге балаларға бүләк тарата. Әлеге мәлдә 500-ҙән ашыу әүҙем ирекмән бар (күсмә сараларҙа туранан-тура ҡатнашҡандар иҫәбенән). Хәйриә йыйымдарында ҡатнашҡан ирекмәндәр иһә тиҫтәләрсә мең иҫәпләнә. Улар балаларға һәм ветерандарға ярҙам итә, экологик һәм спорт йүнәлешендәге проекттарҙа ҡатнаша, донорлыҡта ла әүҙем. Бөтә саралар, тәбиғи, санитария һәм эпидемиология шарттарын күҙәтеп үткәрелә.
Ирекмәндәр хәрәкәтендә оло быуынға ярҙамға йүнәлтелгән проекттар айырыуса әһәмиәткә эйә. Еңеү көнө алдынан “Башнефть” етәкселәренең һәм ирекмәндәрҙең ғүмеренең күп йылдарын нефть тармағына арнаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы һәйбәт йолаға әүерелде. Бөгөн компанияла 135 ветеран иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенә ҙур аҙыҡ-түлек йыйылмаһы һәм акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Х. К. Татриевтың ҡотлауы тапшырылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыу ҡабатланмаҫ тәьҫорат ҡалдыра. Фронтовиктар һуғыш йылдарының иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Яңы йыл алдынан да ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән шундай уҡ акция үткәрергә йыйына.
Быйыл, пандемия шарттарында ла, “Башнефть” ирекмәндәре үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмай. Декабрҙә “Ҡыш бабай бүләге” акцияһы башланды, ул Яңы йыл байрамы алдынан балаларға үҙ хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Компания шефлығында – Башҡортостандағы, Төмәндәге һәм Нарьян-Марҙағы 25 балалар учреждениеһы.
Ошо көндәрҙә ирекмәндәр Өфө районының Михайловка ауылындағы Социаль приют бүлексәһенә барҙы һәм балаларға байрам бүләктәре өләште. Бүләктәр бик мул ине – һәр сабыйҙың уйынсыҡтар һәм тәм-том тултырылған өсәр-дүртәр ҡумта йәки муҡсайҙы бүлмәһенә хатта бер юлы күтәреп алып китә алмауын күреп, быны ҡарап торған ололар ҙа һоҡланыуын йәшермәне.
– Әлеге мәлдә беҙҙә һигеҙ бала бар, күптән түгел генә унау ине, ике бала ғаиләләргә китте, – ти бүлексә мөдире Ирина Хохлова. – Приют 17 йыл инде эшләп килә, шул осорҙа беҙҙең учреждение аша 815 бала үтте. “Башнефть” компанияһының “Шәфҡәтле йөрәктәр” хәрәкәтенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ: улар приютҡа йыш килә, уларҙың ярҙамы менән етеш йәшәйбеҙ, шуның һөҙөмтәһендә беҙҙең балалар һәр саҡ кейенгән, бөтә кәрәк-яраҡтары бар. Хәтеремдә, бер төркөм балаларҙы “Толпар” шифаханаһына дауаларға алып барғас: “Һеҙҙең балалар приюттыҡына оҡшамаған, һәйбәт кейенгән, күңелдәре көр, ғаиләнән килгәндәр кеүек”, – тип аптырағайнылар. Бынан алдараҡ ирекмәндәр балаларға компьютер һәм уйын приставкаһы ла бүләк иткәйне.
Ирекмәндәр Вячеслав Таскаев менән Татьяна Карюк та “Шәфҡәтле йөрәктәр” хәрәкәтенең ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында хәстәрлек күреүе, бының ҙур тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Быйыл декабрҙә “Башнефть” йәмғиәте “Беҙ бергә” халыҡ-ара ирекмәнлек премияһының “Кешеләргә ярҙам” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Был конкурста ҡатнашҡан 25 мең ғариза араһында, бер нисә этапты үтеп, корпоратив ирекмәнлек проекты 300 финалсы иҫәбенә эләгә. Тауыш биреү үткәрелгәс, “Башнефть” беренсе урынға сыға. Ирекмәндәрҙе Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм юғары дәүләт эшмәкәрҙәре ҡотланы.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.