Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2021, 16:30

"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"

"Ижади теләктәр шыршыһы"нда кемдәрҙең хыялдары тормошҡа ашырылды?

"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!""Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Теләктәр шыршыһы" федераль һәм "Ижади теләктәр шыршыһы" төбәк акцияһы нигеҙендә республикабыҙ балаларының хыялдары ысынбарлыҡҡа әүерелде. Сараны "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы, "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" социаль технологиялар үҙәге ойошторған.

Балалар байрамы "Ассоль" вокаль-хореографик ансамбле сығышы менән башланып китте. Тәүге ҡотлау һүҙҙәрен "Берҙәм Рәсәй" төбәк партияһының Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтте. Ул Артем Фәрхетдиновты һәм Денис Никитинды яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, "Берҙәм Рәсәй" партияһының үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин исеменән бүләк тапшырҙы. Артем ботинкалы сноуборд алып ҡыуанһа, Денис планшет эйәһе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үткән шәмбелә Александр Сидякин Яңы йыл шыршыһынан теләктәр яҙылған ике шар алғайны, бөгөн бүләктәр балаларға тапшырылды.

"Яңы йыл - көтөп алынған байрам. Һеҙгә, ҡәҙерле балалар, теләгем шул: хыялланығыҙ, теләктәр теләгеҙ. Ә беҙ уларҙы тормошҡа ашырырға тырышырбыҙ. Бөгөнгө "тылсым эйәләре"нә балаларҙы шатландырғаны өсөн рәхмәт. Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл менән!" - тине Рөстәм Әхмәҙинуров. Ул шулай уҡ София Киселеваның теләген дә бойомға ашырҙы. Ҡыҙ фотоаппаратлы булғыһы килгән - бөгөн уны ҡулына алды. Нефтекаманан Валерия Яковлева иһә байрамға килә алмаған. "Рус айыуы" интерактив уйынсығын уға үҙ ҡалаһында ошо көндәрҙә тапшырасаҡтар.

Алексей Падалкоға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рояль буйынса асыҡ дәрес бирҙе. Малай концертта үҙенең яратҡан йырын башҡарҙы. Әминә Ивний ҡыҙы уны дәртләндереп, артабан да уңыштарға өлгәшеүен теләне. Алексей үҙ сиратында рәхмәт белдереп, "бишле"гә генә уҡырға вәғәҙә бирҙе.

Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов ағалы-ҡустылы Кәримовтарға бүләк тапшырҙы. Софья Бондаренконың Ҡыш бабайға яҙған хатында "ҙур сәхнәлә билдәле артист менән бергә сығыш яһарға теләйем" тигәне лә үтәлде - ул Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Флорида Иркина менән бергә йырланы. Рада Мусинаның да теләге ошоға оҡшаш. Уға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, "Ижади теләктәр шыршыһы" йәмәғәт советы рәйесе Асҡар Абдразаҡов ярҙам итте - Рада Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алена Завьялова менән "Кукушка" йырын башҡарҙы. "Был - иң оҡшаған йырҙарымдың береһе. Полина Гагарина - яратҡан башҡарыусым. Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!" - тине ҡыҙ.

Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова 11 йәшлек Латифаның теләген үтәне: рәсем төшөрөү өсөн йыйылма һәм сәнғәт мәктәбенә инеүгә юллама алып ҡыуанды ҡыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Ижади теләктәр шыршыһы" акцияһы "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Теләктәр шыршыһы" проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Быйыл төбәк ойоштороусылары балаларҙың төп хыялынан тыш, ижади теләктәренә лә иғтибар йүнәлтергә ҡарар иткән. Бындай сара Рәсәйҙә тәүгә үтә. "Ижади теләктәр шыршыһы"ның Гала-концерты ғинуар аҙағында үткәрелер тип күҙаллана.

Фотолар: "Берҙәм Рәсәй"ҙең урындағы идаралығы.

"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
"Минең дә ҙур сәхнәләрҙе яулағым килә!"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас