Социаль мәсьәлә
30 Декабрь 2021, 17:50

Балаларҙың ҡыуанысы – өлкәндәрҙең шатлығы

Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова Башҡортостан балаларының теләген тормошҡа ашырҙы.

Балаларҙың ҡыуанысы – өлкәндәрҙең шатлығыБалаларҙың ҡыуанысы – өлкәндәрҙең шатлығы
Балаларҙың ҡыуанысы – өлкәндәрҙең шатлығы

“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова Башҡортостан балаларының теләген тормошҡа ашырҙы.

Балаларға бүләкте иртәлек ваҡытында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, тантаналы шарттарҙа тапшырҙылар. Ҡыш бабайҙың һәм Ҡарһылыуҙың ҡотлауынан һуң һәр кем бүләген алды.

Мәҫәлән, Өфөнән 12 йәшлек Александр Лебединцевҡа планшет эләкте. Шулай уҡ өр-яңы гаджеттарҙы Исмәғил Ғирфанов менән Сергей Тюменев алып һөйөндө, малайҙар икеһе лә Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан. Бүздәк районынан килгән Милана Миңлеғоловаға Ҡыш бабай швед стенкаһы бирҙе, ә Иван Петрушкин – гитаралы, алты йәшлек Магомед Хәйҙәров интерактив роботлы булды.

– Бүләк өсөн ҙур рәхмәт, – тине Александр Лебединцев. – Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым, бөгөн беҙҙең теләктәр ҡабул булды.

Ауырыуына ҡарамаҫтан. Александр Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә фортепьяно класында шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемен алған.

Бүләкләү тантанаһынан һуң балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланылар.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас