Социаль мәсьәлә
30 Декабрь 2021, 13:30

Ейәнсура халҡына – яңыртылған вокзал

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итә.

Ейәнсура халҡына – яңыртылған вокзалЕйәнсура халҡына – яңыртылған вокзал
Ейәнсура халҡына – яңыртылған вокзал

Ейәнсура халҡы өсөн яҡшы яңылыҡтар бар – был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итә. Унда автовокзал бинаһына ремонт яһағандар.

Ағымдағы йылдың февралендә район кешеһе Ильяс Ғәзимов һалҡын автовокзал хаҡында мөрәжәғәт иткән. Ғөмүмән, бинаны 2020 йылда уҡ төҙөкләндереүҙе планлаштырғандар, әммә пандемия был пландарға ҡамасаулаған.

Декабрҙә ремонт тамамланған, унда касса һәм көтөү залынан тыш сауҙа майҙандары ла буласаҡ.

Бина фасады заманса материал менән көпләнгән, йылылыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү системалары яңыртылған. Яңы йыһаздар ҡуйылған.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас