

"Теләктәр шыршыһы"нда теләк ҡалдырған балаларға 30 декабрҙә Өфөнөң балалар филармонияһында ҡала хакимиәте мэры Сергей Греков Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән бүләктәр тапшырҙы.
Был мәрхәмәтлек проекты 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән башланып киткәйне. Уның асылы шунан ғибәрәт: теләгән һәр кем елкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашҡан етем, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ауыр сирле балалар өсөн Яңы йыл бүләктәре тапшыра ала.
Бөгөн һигеҙ йәшлек Нияз Ҡәйүмов һәм 12 йәшлек Риза Йыһаншиндың теләктәре бойомға ашты: тәүгеһе - ботинкалы квадрокоптер, икенсеһе тау саңғыһы алып һөйөндө. Нияздың игеҙәге Аяз да бүләкһеҙ ҡалманы, уға ҡолаҡсын эләкте. Байрамдағы башҡа балаларға ла татлы күстәнәстәр таратылды. Ә филармонияның ижади коллективы сағыу байрам концерты менән сарала ҡатнашҡандарҙың күңелен күтәрҙе.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.