Социаль мәсьәлә
31 Декабрь 2021, 14:00

Хыялдарҙан донъя яҡтыра

Быйыл “Теләктәр шыршыһы” акцияһында күберәк смартфон, планшет һорайҙар.

Хыялдарҙан донъя яҡтыраХыялдарҙан донъя яҡтыра
Хыялдарҙан донъя яҡтыра

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Константин Толкачев “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһында ҡатнашты.  

Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетынды урынлашҡан ағастарҙан теләктәр уйынсыҡтарын алды. Тылсымлы шыршы Өфөнән һигеҙ йәшлек Арина Никитинаның, Яңауылдан алты йәшлек Рафаэлдең һәм Борайҙан ете йәшлек Рузилдең хыялдарын ғәмәлгә ашырҙы.

– Арина менән Рафаэль Ҡыш бабайҙан планшеттар һораған. Был заман балаларының теләге булыуы аңлашыла. Быйыл “Теләктәр шыршыһы”нда смартфондарға һәм планшеттарға ихтыяж ҙур. Быға ғәжәпләнергә кәрәкмәй. Беҙҙең тормош яйлап һанлыға күсә бара, балалар иһә алдынғы рәттә. Теләктәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Борай районын Рузилә ҙур ҡәнәғәтлек менән велосипед тапшырҙым. Һаулығын нығытып, рәхәтләнеп йөрөһөн, көслө һәм ныҡ булып үҫһен, – тине Константин Толкачев.

Балалар бүләктәр, тәмлекәстәр, теләктәр яҙылған открытка менән бергә ҡыуаныс, яңы дәрт-дарман ала.  

– Теләктәре үтәлгән балаларҙың янып торған күҙҙәре, эскерһеҙ ҡыуанысы – иң ҡиммәтлеһе. “Теләктәр шыршыһы” уларға ғына түгел, өлкәндәргә лә кәрәк. Балала мөғжизәгә ышанысты нығытып, уның өсөн бәләкәй генә тылсым булдырып, үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡҡа ынтылабыҙ. Хыялдар күберәк тормошҡа ашҡан һайын донъя ла яҡтыраҡҡа, күңеллерәккә әйләнә. “Теләктәр шыршыһы”ның яңы матур йолаға башланғыс һалыуына шатмын, – тине Константин Толкачев.  

Фото: gsrb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас