

2021 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге “IT-CUBE” асылды. Балаларға һанлы белем биреү үҙәге ҡаланың 1-се лицейы нигеҙендә эшләй башланы. Әйткәндәй, тантана Стәрлетамаҡтың 225 йыллығына арналғайны.
Мәғлүм булыуынса, “IT-CUBE” үҙәге “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектына ярашлы ойошторолған һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге компетенцияларҙы һәм оҫталыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса инновациялы майҙансыҡты тәшкил итә. Белем биреүҙең төп йүнәлештәре – Python һәм Java скрипт телдәрендә программалау, мобиль асыштар, VR/AR ҡушымталарын эшләү, алгоритмика һәм логика нигеҙҙҙәре, роботтарҙы программалау.
Белем биреү программалары 8–17 йәшлек уҡыусыларға иҫәпләнә. Яңы һанлы белем биреү үҙәгендә балалар төрлө программалау телдәрен үҙләштерә, мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымталар яҙырға, ҙур мәғлүмәттәр менән эшләргә, виртуаль ысынбарлыҡ булдырырға өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта үҙәктә шөғөлләнгән, уҡыған өсөн хаҡ түләтелмәй.
“IT-CUBE” үҙәктәре технологик үҫеште тәьмин итерлек белгестәр әҙерләү, йәштәрҙең һанлы технологиялар менән бәйле йүнәлештәр буйынса ғәмәли эшмәкәрлеген ойоштороу, техник өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, заманса һанлы технологиялар һәм информатика тематикаһы буйынса саралар үткәреү, яһалма интеллект технологиялары менән танышыу, граждандарҙың һанлы белеме һәм һанлы хәүефһеҙлеге юҫығында эш алып барыу, шулай уҡ балаларҙың олимпиадаларҙа һәм һанлы профилдәге конкурстарҙа ҡатнашыуының һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында ойошторола. Үҙәктәге программалар бер нисә йылға иҫәпләнә. Уны тамамлағандарға тәғәйен өлгөләге сертификат тапшырыла. Төп программаларға өҫтәп, шахмат буйынса дәрестәр үткәрелә.
Мәғлүм булыуынса, 2022 йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың район, ҡалаларында туғыҙ “IT-CUBE” үҙәге асыу күҙаллана. 2021 йылда Стәрлетамаҡта ошондай үҙәк ишектәрен асһа, 2022 йылда улар Нефтекама, Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ төбәктең төньяҡ-көнсығышында барлыҡҡа киләсәк.
Фото: licey1str.ru/wp-content/
Сығанаҡ: licey1str.ru