

Башҡортостанда 2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 11099 һум була. 2021 йыл менән сағыштырғанда, ул 700 һумға арта. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 12 мең һум, пенсионерҙарға — 10431 һум, балаларға 10679 һум була.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Ул 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә.
Быйыл йән башына йәшәү минимумы — 10397 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн —11333 һум, пенсионерҙарға — 9845 һум, балаларға 10329 һум тәшкил итте.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан социаль ярҙамдың айырым төрҙәрен башҡарыу вәкәләте РФ Пенсия фондының территориаль бүлектәренә тапшырыласаҡ.
2021 йылдың 6 декабрендә ҡабул ителгән 409-Ф3 һанлы “РФ закон акттарының ҡайһы берҙәренә үҙгәреш инереү һәм “РФ-ла йәшәү минимумы тураһындағы” федераль закондың 4-се статьяһындағы айырым положениеларын ғәмәлдән сығарыу” тураһындағы федераль законға ярашлы, халыҡты социаль яҡлау органдары тарафынан граждандарҙың айырым категорияһына гарантияланған социаль ярҙамдың ҡайһы бер төрҙәрен түләү 1 декабрҙән РФ Пенсия фонды ҡарамағына тапшырыла.
Был социаль ярҙам автоматик рәүештә, уны алыусыларҙың шәхсән мөрәжәғәтенән тыш түләнәсәк. Түләүҙәрҙе һәм компенсацияларҙы тәү башлап алырға хоҡуҡлы граждандар РФ Пенсия фондына ғариза яҙырға тейеш. Ғаризаларҙы электрон формала ла “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы” аша биреп була.