

Башҡортостанда "Кәнфит урынына" акцияһы былтыр декабрь айында башланғайны. Ул хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәрҙе балалар өсөн Яңы йыл бүләктәренең сифатын яҡшыртырға һәм тәм-том урынына белем биреү программаларын бүләк итеүҙе күҙ уңында тоторға саҡыра.
Өфө ҡалаһының Ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәге директоры Венера Хажиәхмәтова белдереүенсә, "Кәнфит урынына" акцияһы бик урынлы ойошторола. "Татлы ризыҡтарға бәйле һәр саҡ проблемалар була, бигерәк тә улар Яңы йыл алдынан арта, бер балаға ғына 15 төрлө тәмлекәс һәм кәнфиттәр рәүешендә Яңы йыл бүләге тапшырыла торғайны".
Был проект республикала йәшәүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә китап бүләк итеүселәр бик күп булған.
Танылған блогер, табип-нефролог, диетолог Регина Доктор һәм табип-педиатр, BabyDoctor School Һаулыҡ мәктәбенә нигеҙ һалған Гөлнара Иҙрисова акцияны тәүгеләрҙән булып күтәреп алған. Республика клиник психиатрия дауаханаһы Күгәрсен районындағы "Самрау" ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгендә бик шәп байрам үткәргән һәм балалар уҡырға теләгән бөтә китаптарҙы ла бүләк иткән.
"Балалар йортонда тәрбиәләнгән бала өсөн китап – ул өмөт, ышаныс, тыныс ҡына урынға илтә торған ишек тә, тел асҡысы ла ул. Бәлки, ул урында бала бер ваҡытта ла булмағандыр. Үҫмер китап уҡығанда, уның хыялдары барлыҡҡа килә, донъяны танып белеү теләге арта, ҡарашы үҙгәрә, был уның өсөн тормош тәжрибәһе лә", – ти балалар психоаналитигы Юлиә Хәкимова.
Балаларға ниндәй китап бүләк итергә кәрәклеген белеү өсөн ВМЕСТОКОНФЕТ.РФ сайтына инергә кәрәк. Акцияла теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала, уның ваҡыты сикләнмәгән. Сайтта китапты һайлап, уны үҙегеҙ теләгән балалар йортона бүләк итеү өсөн ойоштороусылар менән бәйләнешкә инеү ҙә етә. Сайтта шулай уҡ уларҙың телефондары ла күрһәтелгән.
Проект "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлек фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаиләне, хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Фотолар: "Башинформ".