Быға тиклем эшләп килгән ФАП бинаһы 1970 йылда төҙөлөп, күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй ине. Әлеге көндә Ҡубыяҙ ауылында 1400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың сәләмәтлеге һағында фельдшер Зөһрә Ҡәнәфи ҡыҙы Минаева уяу тора.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө 2021 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы һаулаҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын камиллаштырыу буйынса төбәк программаһына ярашлы башланған.
Мәғдәнур Фаяз улы Ғизамов етәкселегендәге “Төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙаны 69 квадрат метрға тиң күркәм бинаны ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөп тапшырыуға өлгәшкән.
ФАП-та прививкалар һәм процедуралар, ҡабул итеү, тикшереү, дарыу препараттарын һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйен бүлмәләр бар. Хәҙер бихисап медицина хеҙмәттәре артынан район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәйәсәк, сөнки интернет аша, шулай уҡ телемедицина алымы ярҙамында табиптар менән консультациялар ойоштороу мөмкин буласаҡ.
Ауылдарҙа бөтә уңайлыҡтары булған яңы ФАП-тарҙың асылыуы ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.