

Тәтешле районының Шулған ауылының тарихы ун етенсе быуаттар аҙағына барып тоташа. Бында Гәрәй-Урман ырыуы башҡорттары йәшәй. Архив документтарынан мәғлүм булыуынса, ул ваҡытта ике тиҫтәнән ашыу хужалыҡта 86 аҫаба башҡорт йәшәгән. Хәҙер иһә Шулған ауылы - Тәтешле районындағы иң ҙур ауылдарының береһе, бында меңдән ашыу халыҡ көн итә.
Шулғандар бәйән итеүенсә, ауылдың бер яғында Тәкмән, икенсе яғында Кәбән тауҙары урынлашҡан, донъяны йәмләп Гәрәй йылғаһы аға. Төбәк тирә-яҡта шишмәләре менән дан тота: бында йөҙгә яҡын шишмә иҫәпләнә, ә ауылдың үҙендә генә алты инеш бар.
Шулғандағы Крупская исемендәге хужалыҡ та районда алдынғылар иҫәбендә. Әйткәндәй, предприятие ауылда ойошторолған сараларҙа ярҙам күрһәтә.
Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл йылдан-йыл яңыра, төҙөкләнә. Ауыл халҡы социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтелгән программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуҙары ла ауылды тағы ла матурыраҡ итеү, халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға өндәү йәһәтенән шәп этәргес булған.
Яңы йыл алдынан иһә Шулған ауылынан шатлыҡлы яңылыҡтар килде: унда «Айыҡ ауыл — 2020» республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе сифатында алған ике миллион һум аҡсаға балалар майҙансығы төҙөлгән һәм, ниһайәт, ул сафҡа индерелгән.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шайнурова әйтеүенсә, майҙансыҡты тантаналы асыу сараһына бик күп халыҡ йыйылған.
– Был шатлыҡлы минуттарҙы бигерәк тә бәләкәстәр ашҡынып көттө. Улар йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар әҙерләгән. Байрам йыр-моңға үрелеп барҙы, төрлө конкурстар ойошторолдо. Шулған ауылы халҡын күркәм ваҡиға менән ҡотларға Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, социаль объектты сафҡа индергән «Сатурн» төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре, Крупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәткәрҙәре килде. Сағыу, заманса йыһазландырылған балалар майҙансығы, һис шикһеҙ, шулғандар өсөн ҙур бүләк булды, - тине Әлфиә Урал ҡыҙы.
Һис шикһеҙ, Тәтешле районының иң ҙур, иң боронғо ауылында йәшәгән халыҡ эшкә лә оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир. Иң мөһиме – Шулғанда йәш-елкенсәк күпләп төпләнә, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте сайты.