Социаль мәсьәлә
8 Ғинуар 2022, 15:45

Автобус йәнә йөрөй башланы

Республикаға идара итеү үҙәге Мәсетле районы хакимиәте менән бәйләнешкә инде.

Автобус йәнә йөрөй башланыАвтобус йәнә йөрөй башланы
Автобус йәнә йөрөй башланы

Оло Аҡа ауылы менән Мәсетле районы үҙәге араһында – 17 километр. Тәү ҡарашҡа, әллә йыраҡ ара ла түгел, Оло Ыҡтамаҡҡа яҡын ғына. Ләкин көтмәгәндә маршрут автобусы йөрөмәй башлай.

2021 йылдың 1 ноябрендә Оло Аҡала йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙә ошо проблеманы күтәреп сыҡты. Йөклө ҡатын район үҙәгенә йөрөүҙең ҡыйынлығы, таксиҙа барыуҙың 400 һумға төшөүе, ауыл халҡы өсөн был хаҡтың бик ҡиммәт булыуы тураһында яҙҙы.  

Республикаға идара итеү үҙәге Мәсетле районы хакимиәте менән бәйләнешкә инде. Коллегалар асыҡлауынса, ташыусы, эш килемһеҙ булғанға күрә, “Оло Аҡа – Оло Ыҡтамаҡ” маршрутын туҡтатҡан. Әммә халыҡ яфаланырға тейеш түгел. Муниципалитет был маршрут буйынса конкурс иғлан итте, ә 2021 йылдың 9 декабрендә яңы ташыусы менән килешеү төҙөлдө.

Маршрут тергеҙелде. Хәҙер Оло Аҡа менән Оло Ыҡтамаҡ араһында рейс автобусы дүшәмбенән йомаға тиклем көнөнә өс тапҡыр йөрөй.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге (скриншот).

Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan?w=wall-201146046_19673

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас