Социаль мәсьәлә
8 Ғинуар 2022, 14:01

Тәртип талап иткән сир

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай – барыһы ла һеҙҙең ҡулда.

kommersant.rukommersant.ru
Фото:kommersant.ru

Һуңғы бер-ике йылда коронавирус пандемияһы йәмғиәттәге иң киҫкен һәм ҡурҡыныс проблемаға ҡарата иғтибарҙы кәметте: һүҙ әлегәсә дауа табылмаған ВИЧ-инфекцияһы хаҡында. Уға бәйле хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл киҫкенләшә. Бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек СПИД менән сирләгәндәр күбеһенсә наркомандар булһа, бөгөн енси юл менән йоҡтороусылар күберәк, улар төрлө социаль ҡатламға ҡарай. Быға тиклем ВИЧ социаль йәһәттән түбән баҫҡыста тороусыларҙың (наркоман, фәхишә, асарбаҡтар һ.б.) мөһөрө тиһәләр, хәҙер иһә белемлеләр, төрлө даирәлә уңышлы эшләгәндәр, юғарыраҡ социаль ҡатламдарға ҡарағандар араһында ла сирлеләр бихисап. Раушанияның ғибрәтле бәйәне лә – башҡаларға һабаҡ, уйландыра һәм хәүефләндерә торған хәл. Уға һүҙ бирәйек.

 

“Ваҡытты кире бороп булһа...”

 

“Миңә 37 йәш. ВИЧ-инфекция йоҡҡанын бынан ун йыл самаһы элек осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Операцияға йыйынғас, анализдар тапшырҙым. ВИЧ-ҡа тигәне тотҡарланды, асыҡлай башлағас, “бер аҙ сабыр итегеҙ”, тинеләр. Унан инде “ыңғай” тигән яуап килде... Ышанманым. Был хәл минең менән түгел, ә төш кенә һымаҡ тойолдо. Йәнә бер анализ тапшырҙым. Тағы ла шул уҡ яуап килде.

Был ваҡытта иремдән айырылып, ҡыҙым менән икебеҙ генә йәшәй инек. Тормошта ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкән олпат Мират юлымда осрағас, яңы тойғолар тулҡынына сумдыҡ. Ғашиҡ уты булмышымды ялмап алды...

Ҡыҫҡаһы, хәлем тураһында Миратҡа һөйләгәс, ул мине ғәйепләргә маташты. Аҙағыраҡ иһә уның наркотик менән мауығыуы, шул арҡала ВИЧ һәм гепатит йоҡтороуы асыҡланды. Ә бит ҡарап торғанда уңышлы, аҡсалы, вазифалы кеше ине! Ауырыйҙыр тигән шик башыма ла килмәне. Уны күрә алмай башланым, белә тороп һаҡланмауын ғәфү итмәнем. “Мин махсус терапия үтәм, ВИЧ йоғорға тейеш түгел ине”, – тип аҡланды ул, мин ярһығас.

Артабан шок хәлендә булдым. Нимә эшләргә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөҙәнем. Оло йәштәге атайым менән әсәйемә хәлем тураһында белгертергә телем әйләнмәне, баламды йәлләп бер булдым – үлеп китһәм, ул кемгә кәрәк был донъяла?

Ҡыҫҡаһы, диагноз билдәле булған аҙна томан эсендәге кеүек үтте. Йә истерикаға бирелдем, аҡырып иланым, йә бер нөктәгә текәлеп, сәғәттәр буйы ултыра инем.

Унан ҡыҙым өсөн борсолоу өҫтөнлөк итә башланы. Ошо бәләкәскә сир йоғоп ҡуйһа? Айырым һауыт-һаба, түшәк кәрәк-ярағын хәстәрләнем, өйҙәге йыуып булған нәмәләрҙең барыһын да зарарһыҙландыра торған химикаттар менән йыуып сыҡтым. Унан баланы анализдар тапшырырға алып барҙым. Шөкөр, кире һөҙөмтә асыҡланды. Унан йотлоғоп ВИЧ-инфекция тураһында мәғлүмәт эҙләй башланым: нисек артабан йәшәргә, нисек һаулыҡты хәстәрләргә, нисек йоға, нимә, ҡайҙа, ҡасан... Мине ҡот осҡос депрессия ялмап алғанын тойҙом. Ни тиклем күберәк уҡыһам, шул тиклем йәшәгем килмәй башланы, өмөтөм һүнде, донъяның йәме китте.

“Әллә үҙ-үҙемә ҡул һалайым да ҡуяйыммы?”, – тип үткәргән йоҡоһоҙ төндәрҙә алама аҙымдан эргәмдә йоҡлаған сабыйым ғына ҡотҡарғандыр... Икенсе яҡтан тағы шиктәр быуа ине: ундай йүнһеҙ әсәһе булғансы, булмағаны яҡшы... Ашауҙан яҙҙым, ябыҡтым. Эшемдә лә проблемалар башланды. Иң аяныслыһы – дауаланыу хаҡында уйламаным да, күпме яҙған, шулай йәшәрмен, тип йөрөй бирҙем.

Бер мәл ҡыҙым ҡаты сирләп китте. Уның эргәһендә бер нисә йоҡоһоҙ төн үткәреп, баланың әсә йылыһына ни тиклем мохтаж икәнлеген күргәс, мейелә нимәлер “шылт” итеп боролған кеүек булды. Яйлап ҡына артабан алға атларлыҡ көс таптым. Эшемде алмаштырҙым. СПИД-ҡа ҡаршы махсус үҙәккә барып, иҫәпкә торҙом, белгестәр менән кәңәшләштем һәм терапия ала башланым. Хәҙер бар тормошом балама ғына бағышланған. Диагнозды күңелем менән ҡабул иткәс, тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаланым, йәшәйештең, ябай ғына тормош ҡыуаныстарының баһаһын аңлай башланым. Әлеге ваҡытта ситтән ҡарағанда минең йәшәйешем һау-сәләмәт кешеләрҙекенән бер нимә менән дә айырылмай һымаҡ, мәгәр төндәрен генә үкһеп илап алам, Хоҙайҙан гонаһтарымды ғәфү итеүен ялбарам, балам хаҡына оҙағыраҡ йәшәп булһа ине, тип теләйем. Элекке ирем менән йәмһеҙләшеп айырылышһаҡ та, хәҙер мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырышам, балабыҙҙың атаһы менән йышыраҡ аралашыуын теләйем. Бер-бер хәл булһа, минең оло йәштәге ата-әсәмә өмөт юҡ, һуңғы сиккә етһәм, элекке иремә хәлемде һөйләрмен һәм баланы ташламауын үтенермен, тип ниәтләнем. Бына шундай тормош: бәләкәй генә хаталы аҙым ғүмерҙең аҫтын-өҫкә әйләндереүе ихтимал, шуға күрә һаҡланығыҙ, тәртипһеҙ енси мөнәсәбәттәргә юл ҡуймағыҙ, тип әйткем килә”, – тип һөйләне Раушания.

 

Шулай ҙа була...

 

ВИЧ-ты үҙенең тормош рәүеше һөҙөмтәһендә йоҡторғандар менән бер рәттән, арабыҙҙа медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында ҡәһәрле ауырыуға тарығандар ҙа бар. Бындай хәл бик һирәк була, әммә ил тарихында Элиста, Дондағы Ростов ҡалаларында тиҫтәләрсә кешенең бер юлы ВИЧ йоҡторғаны тарихҡа ингән.

Ошо ярайһы уҡ алыҫ ҡалаларҙағы күңелһеҙ ваҡиғаларҙың Башҡортостанға ниндәй ҡағылышы бар, тиһегеҙме? Был хаҡта йыш яҙҙылар, әммә йәнә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Башҡортостандан йәш ғаилә сабыйҙары менән диңгеҙгә ял итергә барған, әммә яңы урында бер нисә айлыҡ малай кинәт ауырып киткән, уны “Ашығыс ярҙам” менән Дондағы Ростов ҡалаһының дауаханаһына алып килгәндәр. Хәле ауыр булған бала төрлө дауалау процедуралары үткән, шул иҫәптән ҡан да ҡойғандар. Һауыҡҡас, ғаилә тыуған яғына ҡайтҡан.

Бәләкәстең ҡурҡыныс вирус йөрөтөүе бер аҙ һуңғараҡ, осраҡлы ғына асыҡланған. Дондағы Ростовта, дауаханалағы медицина процедуралары ваҡытында был балаға ғына түгел, тағы бихисап сабыйға ауырыу йоҡтороу тарихы билдәле булғас, малайҙың яҙмышын Санкт-Петербургтың ВИЧ инфекцияһы һәм СПИД мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе махсус үҙәге күҙәтеүгә алған. Ошо йылдар эсендә ул даими дауалана, табиптар ҡушҡан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәй.

Белгестәр әйтеүенсә, уҙаман әле лә Башҡортостанда йәшәй, белем алған, эшләп йөрөй. Ғаилә ҡорған, ҡатыны уның диагнозын белә. Һау бала тәрбиәләйҙәр (буласаҡ атай кеше – ВИЧ инфекциялы, ә әсәй сәләмәт булған осраҡта махсус процедуралар ярҙамында сирленең вирус көсөргәнешен кәметәләр; аталандырыу материалын сир компоненттарынан таҙарталар һәм аналыҡҡа индерәләр).

Ошо егет миҫалынан сығып, табиптарҙың даими күҙәтеүендә тейешле дауалау алған осраҡта, сәләмәт тормош алып барғанда, эсеү-тартыу – наркомания менән мауыҡмағанда, ВИЧ инфекциялы кешеләр тиҫтәләрсә йыл йәшәй ала, тип әйтергә мөмкин.

 

Иң ҡанһыҙ вирус

 

Һәр кешенең уникаль һаҡлау систе­маһы – иммунитеты бар. Кеше ҡанында был ролде лимфоциттар үтәй, ошо бәләкәй генә күҙәнәк­тәрҙе организмдың “һалдаттары” тип атарға мөмкин.

Вирустар донъяла бик күп, шулай ҙа улар араһында иң ҡанһыҙы тип ВИЧ-ты – иммунодефицит вирусын атарға кәрәк. Кеше уны йоҡторһа, ҡәһәрле дошман ҡандағы “һалдаттарҙы” – лимфоциттарҙы юҡҡа сығара башлай, һөҙөмтә булараҡ, кешенең иммунитеты юғала, организм бер сиргә лә, хатта иң ябайына ла ҡаршы тора алмай.

ВИЧ-тың йоғоу юлдарына килгәндә, кеше организмына ул ҡан һәм лайлалы тышса аша эләгә. Шуның өсөн башҡа кешенең ҡаны тейгән әйберҙәрҙән һаҡ булығыҙ! Бигерәк тә тәнегеҙҙә асыҡ яра булһа.

Енси партнерығыҙ берәү һәм һыналған булһын. Улай килеп сыҡмай икән, мотлаҡ презерватив ҡулланығыҙ! Статистика буйынса, ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 проценты сирҙе һаҡланыуһыҙ енси бәйләнеш аша йоҡторған. Шуға ла ВИЧ-инфекцияны юҡҡа ғына “тәртип вирусы” тип йөрөтмәйҙәр: ғүмерегеҙҙе бер нисә минутлыҡ шикле мөнәсәбәттәргә алмаштырырға теләмәһәгеҙ, һаҡ булығыҙ, һаҡланығыҙ!

Һәр ваҡыт шәхси теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырыныу кәрәк-ярағы булһын, кешенекен ҡулланмағыҙ.

Ҡолаҡ тиштерергә, пирсинг һәм тату эшләтергә теләһәгеҙ, сертификатлы махсус салондарға ғына мөрәжәғәт итегеҙ.

ВИЧ инфекциялы кешеләр менән дуҫ булыу, аралашыу, бергә уҡыу, эшләү, бассейнда йөҙөү иһә хәүефле түгел – тирә-йүндәгеләргә лә иғтибарлы булырға онотмағыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай – барыһы ла һеҙҙең ҡулда.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас