

Өфөнән Евгений Коровин ғүмере буйы ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итә. Бала сағынан уҡ уға эргә-тирәләгеләргә изгелек ҡылырға һәм намыҫ буйынса йәшәргә өйрәткәндәр.
Былтыр декабрҙә 26 йәшлек ир-егет “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге эшмәкәрлегенә ҡушылған. Ул шәхси автомобилендә 20 тапҡырҙан ашыу ҡала граждандарына аҙыҡ-түлек йыйымдарын илтеп биргән. Ул шулай уҡ Яңы йыл байрамында ла әүҙем ярҙамлашҡан.
“Бала сағымда йыш ҡына ауылда йәшәгән өләсәйемә ял итергә бара торғайным. Ул кешеләргә ярҙам итергә өйрәтте. Иҫ белгәндән алып, мохтаждарға ярҙам итергә - урам аша сығырға, дауаханаға барырға булышам, трассала авария күрһәм дә, туҡталам һәм ярҙам итәм, - ти Евгений. - Ә социаль селтәрҙә Раил Әҙиәтуллин менән дуҫлаштым. Ул партия ҡарамағында ирекмәндәр үҙәге барлығы хаҡында әйтте. Ирекмәндәр эшенә ҡушылдым, быға шатмын. Ҡатыным һәм дүрт йәшлек улым минең менән ғорурлана. Был тағы ла илһамландыра”.
Евгений Коровин Өфө икмәк заводында эшләй. Буш ваҡытында изгелек ҡылыу менән мәшғүл. Әсәһенә, өләсәйҙәренә лә барып өлгөрә. Бөгөн ул 48 йәшлек Динар Бикмәтовҡа ярҙам итте. 12 йыл элек ир аварияға эләккән һәм инвалид булып ҡалған. Ул һөйләшә һәм атлай алмай. Ирҙе оло йәштәге атаһы менән әсәһе ҡарай. Динарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, барлыҡ аҡса дарыуға китә. “Ирекмәндәргә рәхмәт әйтке килә. Аҙыҡ-түлеккә заявка ҡалдырғайным, тиҙ генә килделәр. Ҙур рәхмәт!” - ти уның әсәһе Хәнә Бикмәтова.
Евгений Коровин артабан да Динарҙың хәлен килеп беләсәге, ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе.
“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин ирекмәндәргә, байрам көндәре булыуына ҡарамаҫтан, мохтаж граждандарға ярҙам итеүҙәренә рәхмәт белдерҙе. Ял көндәрендә генә колл-үҙәккә 300 тирәһе ғариза килгән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында ойошторолғайны. Ул республиканың 25 ҙур ирекмәнлек ойошмаһын берләштерә. Акция сиктәрендә “Такси. Хәстәрлек” эшләй. Ул табиптарҙы вакцинациялауға һәм ковид-госпиталгә йөрөтөүҙе атҡара.
Колл-үҙәккә эш көндәрендә 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем 8-800-201-89-03 телефоны буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙән.