

Фельдшер – ауыл ерендә иң мөһим кешеләрҙең береһе. Кемдең дә булһа медицина пункты ишеген асып инмәгән көн юҡтыр ул. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да белгестән үлсәтеү ышаныслыраҡ. Бәпес көткән ҡатындар, йәш сабыйҙары булғандар ҙа даими рәүештә ФАП-ҡа килеп, күҙәтелеп тора. Ҡыҫҡаһы, ауыл ерендә йәшәгән һәр кемдең, бигерәк тә ололарҙың, күҙ төбәп торған кешеһе ул фельдшер.
Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында был бурысты бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу Әлфиә Ғәлина үтәй. Ул Белорет ҡалаһында тыуып үҫә. Бала саҡтан табип булырға хыяллана. Мәктәптә һәйбәт уҡый, бигерәк тә биологиянан яҡшы өлгәшә. Хыялы мәктәп тамамлаған ҡыҙҙы Белорет медицина училищеһына алып килә. Көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булып танылған остаздарының һәр дәресен көтөп алып, тырышып уҡый ул.
Студент ваҡытында Әлфиәнең Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәгән олатаһы ҡаты ауырып китә. Ҡыҙ уға укол ҡаҙау өсөн көн һайын ауылға йөрөй, бер ни тиклем ваҡыт олатай-өләсәйҙәре менән бергә йәшәп тә ала. Шул ваҡытта таныша ул буласаҡ тормош юлдашы менән. Төлкөбай Кирам улы, техникум тамамлап, тыуған ауылында мал табибы булып эшләп йөрөгән була. Сибәр, тыйнаҡ ҡына холоҡло ҡала ҡыҙына бер күреүҙән ғашиҡ була егет. Мыҡты кәүҙәле баһадирҙы ҡыҙ ҙа оҡшата. Бер ни тиклем дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә һәм ауылда төпләнә.
Һөнәре буйынса эш урыны булмағас, Әлфиә башта балалар баҡсаһына ашнаҡсы вазифаһына урынлаша, шунан алты йыл социаль хеҙмәткәр була. Ололарға итәғәтле, һәр кеше менән уртаҡ тел таба белгән белгесте, ауыл халҡы һорауы буйынса, 2000 йылда фельдшер итеп тәғәйенләйҙәр.
Үҙ эшен яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡара Әлфиә Ғүмәр ҡыҙы. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән тыш, Черновка ауылы халҡына ла медицина хеҙмәте күрһәтә. Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Уның ҡарамағында бөтәһе 400-гә яҡын кеше, шуларҙың күпселеге – ололар, яңғыҙ йәшәгәндәр. Оло кеше иғтибарға айырыуса мохтаж. Йыш ҡына Әлфиә Ғүмәр ҡыҙына психолог та булырға тура килә. Ҡайһы саҡта ауырыу кешене дауалау өсөн уколдан да бигерәк йылы һүҙ талап ителә.
Ауыл фельдшеры хеҙмәтенең ни ҡәҙәр тынғыһыҙ икәнен уларҙың үҙҙәре менән аралашҡан кеше генә аңлай. Бер сәғәт тирәһе Ҡоҙғон-Әхмәр фельдшеры янында ултырған сағымда уға нисәмә төрлө һорау менән шылтыраттылар. Әлфиә Ғүмәр ҡыҙы иһә, үҙенең һөнәренең этикаһы ҡушҡанса, һәр ҡайһыһын сабыр ғына тыңлап, кәңәштәрен бирҙе. Моғайын, был күңел сабырлығы ғаилә тыныслығы булыуынандыр ҙа, сөнки эшендә күпселек ваҡыт уны күҙ ҡарашынан аңлап торған тормош иптәше ярҙамға килә бит.
– Ауыл халҡының күбеһе ҡан баҫымынан, быуындар һыҙлауынан интегә. Тын бөтә тип зарланғандар ҙа бар. Операциянан һуң хәстәрләүгә мохтаж пациенттар ҙа килә. Йығылып имгәнеү осраҡтары йыш була. Һәр береһенең хәленә инеп, тиҙ арала ярҙам итергә тырышам. Иң мөһиме – кешене ваҡытында дауаханаға алып барып еткереү. Ауыл ҡаланан алыҫ булмағас, “Ашығыс ярҙам” машинаһы тиҙ килеп етә. Хәйер, хәҙер һәр кемдең тиерлек шәхси автомобиле бар. Ҡайһы бер осраҡта тормош иптәшем дә сирлеләрҙе дауаханаға илтеп ҡуя. Черновкаға ауырыуҙар эргәһенә лә ул алып бара. Ғөмүмән, тормошта ла, эшемдә лә гел уға таянам, – ти Әлфиә Ғүмәр ҡыҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдағы медицина пунктының торошо бик насар хәлдә. Учреждение 1956 йылда төҙөлгән иҫке генә бинала урынлашҡан, мейес яғып йылытыла. Утын әҙерләү, ут яғыу, емерелә башлаған иҙән таҡталарын төҙәтеү, йүнәтеү кеүек эштәрҙә лә Төлкөбай Кирам улы – ҡатынының тәүге ярҙамсыһы.
Әйткәндәй, был проблема район етәкселегенең күҙ уңында – киләһе йыл ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү планға индерелгән. Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтә.
Эйе, коронавирусҡа бәйле киҫкен заманда сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бигерәк тә көнүҙәк. Бөгөн Черновка һәм Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдары халҡының 90 проценттан ашыуы прививка яһатҡан. Был – бик юғары күрһәткес. Әлбиттә, бында ауыл фельдшерының тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур.
– Районда иң беренселәрҙән булып халыҡҡа вакцина яһай башланыҡ. Тәүҙәрәк ҡаршылар күп ине. Һәр береһе менән айырым һөйләшеп, аңлатыу эше алып барҙым. Хәҙер яман инфекцияға ҡаршы тороуҙың иң һөҙөмтәле ысулы прививка икәнлеген барыһы ла тиерлек аңлай, ревакцинацияға ла дәррәү киләләр, – ти фельдшер.
Инфекция ныҡ таралған мәлдә Әлфиә Ғүмәр ҡыҙына ҡала үҙәк дауаханаһының ауырыуҙарҙы тәү ҡабул итеү блогында эшләргә тура килә. Бында ла һынатмай юғары категориялы фельдшер.
Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, әсәй, өләсәй ул мәҡәлә геройыбыҙ. “Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә” тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр тап Ғәлиндәргә төбәп әйтелгән кеүек. Ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала улар. Үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорттары, әллә ҡайҙан балҡып, “бында тырыштар йәшәй” тип ҡысҡырып торған кеүек. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәй улар, бал ҡорттары ла тоталар.
Ғәлиндәрҙең улы менән ҡыҙы ла үҙҙәренә оҡшап сос, егәрле булып буй еткерә. Әлиә – үҙе ике бала әсәһе, Белоретта йәшәй. Тимур заводта хеҙмәт юлын башлаған.
Бына шундай егәрлеләр төпләнгән Ҡоҙғон-Әхмәрҙә. Донъя йөгөн бергә, бер бөтөн булып тартҡас, тормоштары ла алға бара, эштәре лә уңа, ауылдаштары араһында абруйҙары ла ҙур.
Римма СОЛТАНОВА