

Беҙ, Баймаҡ районының Түбә социаль үҙәгендә йәшәүселәр, карантинға өйрәнгәнбеҙ. Йыл да киҙеү кеүек йоғошло сирҙәр миҙгеле башланыу менән, бинабыҙ ябылып тора. Киҫкен респиратор сирҙәрҙең таралыуына ҡарап, карантин иғлан ителә.
Ике йыл элек Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында коронавирус башланыуын тәүҙә телевизорҙан ғына күҙәттек. Тиҙҙән был ҡурҡыныс ауырыу беҙгә, Башҡортостанға ла, килеп етте, шуға күрә 2020 йылдың 17 апрелендә социаль үҙәк тулыһынса карантинға ябылды.
Тәүге осорҙа беҙҙәге эш бер нисә аҙналыҡ вахта ысулы менән ойошторолдо. Хужалыҡ эштәре буйынса яуаплы Нурзиә Утарбаева, шәфҡәт туташтары Дилә Байегетова, Алина Таһирова, санитаркалар Мәзүнә Ишниязова, Валентина Кашкина, Айһылыу Әхмәтова, Эльвира Баҡыева, ашнаҡсы Гөлназ Боҫҡонова, уның ярҙамсыһы Рәүилә Аслаева, вахтерҙар Исмәғил Әхмәтов, Илдар Аслаев беҙҙең менән бергә йәшәп, ябыҡ режимда эшләне.
Тәүге көндән беҙҙең хәл-торошто, сәләмәтлекте ныҡлы контролгә алдылар. Тән температураһы даими тикшерелә, бөтә бүлмәләр ҙә дезинфекциялана. Беренсе төркөм ҡайтып киткәс, алмашҡа шәфҡәт туташтары Нәзилә Хөсәйенова, Ғәзимә Яруллина, санитаркалар Розалиә Әхмәтова, Гөлсәсәк Йәнтүрина, Альбина Байышева, Регина Яхина, вахтер Әхтәр Мәмбәтҡолов, оператор Рушан Йосопов, ашнаҡсы Фәниә Мәҡсүтова, ярҙамсы Гөлнәзирә Таһирова килде. Уларҙы алмаштырған өсөнсө төркөмдә шәфҡәт туташы Дилә Байегетова, Сәлимә Рәхимова, хужабикә Нурзиә Утарбаева, санитаркалар Миңһылыу Ғәйнуллина, Венера Мусина, Альбина Баянова, Нәсимә Маннапова, вахтер Исмәғил Әхмәтов булды.
Ошо төркөмдәр алмашлап йыл әйләнәһенә шул режимда эшләне. Ә бит күптәренең ғаиләһе, мәктәп йәшендәге балалары, мал-тыуары бар. Был йәһәттән кемгә – туғандары, кемгә күршеләре ярҙам иткән икән.
Беҙ тышҡы донъя менән бәйләнеште башлыса бына ошо үҙебеҙҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәр аша тоттоҡ. Донъя хәлдәрен телевизорҙан ҡарап, гәзиттәрҙән уҡып, күҙәтеп барабыҙ. Илебеҙҙең ҡайһы бер ҡарттар йорттарына коронавирус инфекцияһының үтеп инеүен дә яҡшы беләбеҙ. Был яҡтан беҙ әлегәсә именлектә йәшәйбеҙ. Быға беҙҙе ҡараған, хәстәрләгән Түбә ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәренең ҙур тырышлығы һалынған. Табиптар Ринат Сәйфуллин, Илгиз Яҡшыбаевҡа, шәфҡәт туташтарына, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡты пак тотҡан кер йыуыусы Райхана Искәнйәроваға ҙур рәхмәт. Вахтер егеттәр карантиндың теүәл үтәлешен тәьмин итә.
Беҙ әле лә һаҡланыу сараларын теүәл үтәп йәшәйбеҙ, һәр ерҙә битлек кейеп йөрөйбөҙ, сөнки коронавирусҡа ҡаршы көрәш әле лә дауам итә.
Әбделәхәт БИКБУЛАТОВ.
Баймаҡ районы,
Түбә ауылы.