Социаль мәсьәлә
12 Ғинуар 2022, 15:40

Путин тәҡдим итә...

Былтыр илдә инфляция юғары булды – 8,4 процент тәшкил итте.

Путин тәҡдим итә...Путин тәҡдим итә...
Путин тәҡдим итә...

Ил етәксеһе Владимир Путин министрҙар кабинетына яҡын арала пенсияларҙы 8,6 процентҡа индексациялау тураһында ҡарар ҡабул итергә ҡушты. Был хаҡта Рәсәй Президенты Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә белдерҙе. Әлеге мәсьәлә 2021 йылдың декабрендә үткән матбуғат конференцияһында ла күтәрелгәйне.

Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, былтыр илдә инфляция юғары булды – 8,4 процент тәшкил итте.

“Элек ҡабул ителгән ҡарарҙар кешеләргә былтырғы юғары инфляция менән бәйле сығымдарын ҡапларға мөмкинлек бирмәйәсәк. Шуға күрә пенсияларҙы инфляциянан аҙ ғына булһа ла юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итәм, – тип аңлатты Владимир Путин.

Фото: Российская газета.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас