

Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә баш ҡаланың Киров районында янғындан зыян күргән ғаилә мөрәжәғәт итте. Партия ағзалары уларға ярҙам күрһәтте, көнкүреш техникаһы һатып алды, ремонт яһаны.
Лиана Шаванова яңғыҙы ике бала тәрбиәләй. Ул һыуытҡыс һатып алыуҙа ярҙам һораны. Август аҙағында ғаилә күршеләре ғәйебе менән фатирҙа янғын сығыу арҡаһында мөлкәтен юғалтҡан. “Йәй ауыр хәлдә ҡалдыҡ. Күршеләрҙә сыҡҡан янғын беҙгә күсте. Бүлмәләге тәҙрә иреп төштө, стенала ҙур тишек барлыҡҡа килде. Бүлмәләге бөтә йыһаз, компьютер, һыуытҡыс янып бөттө. Был ҡот осҡос ваҡиға әле булһа күҙ алдында. Балалар өсөн ныҡ ҡурҡтым, сөнки улар өйҙә ине, – тине Лиана Шаванова. – Партияға ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһендә Яңы йылды балаларым менән бергә йәмле фатирҙа ҡаршыланым”.
Төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендәгеләр зыян күргәндәрҙең фатирын ремонтлауҙа ярҙам итте. Шавановтарҙың бүлмәләренә обой йәбештерҙеләр, ишектәр ҡуйҙылар, коридорҙы һәм санузелды тәртипкә килтерҙеләр.
“Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә һәр ваҡыт бик күптәр мөрәжәғәт итә, 1 декабрҙән 10-ына тиклем үткәрелгән граждандарҙы ҡабул итеү декадаһында мөрәжәғәттәр тағы ла арта төшә. Кешеләр төрлө һорау менән килә. Янғындан зыян күргән Лиана иһә көнкүреш техникаһы һатып лаыуҙа ярҙам һораны. көнкүреш техникаһы һатып алыуҙа ярҙам итеү үтенесе булды. Партияның ауыр хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам фонды аша янғындан ҡаза күреүселәргә һыуытҡыс һатып алдыҡ, ә бағыусы фатирҙа косметик ремонт яһауға аҡса бүлде. Беҙ был мәсьәләне контролдә тоттоҡ,”, – тине Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур ярҙам күрһәткән өсөн Шавановтар ғаиләһе ҙур рәхмәт әйтте.
Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news
Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru/activity/news