Социаль мәсьәлә
14 Ғинуар 2022, 08:26

Йәшәү шатлығын тойһондар

”Торатау” конгресс-холында барған сарала баш ҡаланың Сәләмәтлеге йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге белгесе Фәнил Саяпов балалар менән эшләргә ярҙам иткән ҡорамалдар хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ә улар заман талаптарына ярашлы етештерелә, инвалидтарға тормош сифатын яҡшыртырға бермә-бер ярҙам итә – күргәҙмә ошоно иҫбатланы.

Бына, мәҫәлән, аудио-психо-фонология алымдарын берләш­тергән “Томатис” аппараты: баш мейеһен тауыш ярҙамында нейростимуляциялау өсөн тәғәйен­ләнгән, балаларҙың һәм өлкән­дәрҙең телмәр функцияһын, ҡыҙыҡһыныу тойғоһон арттырыуға булышлыҡ итә. LokoStation реабилитациялау комплексы иһә инсульт кисергән, баш мейеһе яраланған пациенттарға хәрәкәт функцияһын тергеҙергә яр­ҙамлаша.

Шулай уҡ хәрәкәтләнеү функцияларын яҡшыртҡан Exoatlet I ҡорамалының да ҡулланыу даирәһе киң. Ул балалар церебраль фалижына дусар булғандар, операция кисергәндәр, төрлө тормош хәлдәре арҡаһында хәрәкәт­ләнеү һәләтен юғалтҡандар өсөн мөһим: роботлаштырылған механотерапия нейрореабилитациялау, локомоторлы тайпылыштарҙы йүнәлтеү өсөн ҡулланыла.

Күргәҙмәлә, ғөмүмән, мәғлүмәт күп булды. Мәҫәлән, Благовещен психоневрология интернаты сарала ҡатнашыу өсөн сыбыҡтан төрлө кәрәк-яраҡ үреү темаһын яҡтырт­ҡан. Кәрзиндәр, вазалар, шкатулкалар һәм башҡа әйберҙәр күргәҙмәнең йәменә әүерелде.

Форумда “Именлек” республика геронтология үҙәге лә ҡатнашты. Уның етәксеһе Зөлфирә Маскулова әйтеүенсә, уға Екатеринбург ҡалаһынан “Круст” реабилита­циялауҙың техник саралары етештереүселәренең тауарҙары оҡшаған. Уларҙы үҙәктең көндөҙгө стационары өсөн ваҡ моториканы, когнитив функцияларҙы тергеҙеү өсөн һатып алмаҡсылар.

Иң ҙур презентацияны баш ҡаланың Сәләмәтлеге йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге әҙерләгән. Ойошма директоры урынбаҫары Дилара Аҡбашева әйтеүенсә, улар быйыл грант сараларына бихисап ҡорамалдар һатып алған һәм уларҙың бер өлөшөн күргәҙмәгә килтергән. Унан тыш, ҡайһы бер техник реабилитациялау сараларын инвалид балаларҙың ата-әсәһенә лизингка һатып алыу мөмкинлеге бар. Был уңайлы, сөнки үҙәктең республика буйынса туғыҙ бүлексәһе бар: Бөрө, Бәләбәй, Бүздәк, Октябрьский, Туймазы, Благовар тарафтарында һәм өсәүһе – Өфөлә.

Ғөмүмән, күргәҙмә кемгә профес­сиональ ярҙам кәрәк, теге йәки был ҡорамалдарҙы нисек файҙаланырға, ҡайҙа, нимә һатып алырға – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Унда Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре лә ҡатнашты, белгестәр һирәк осраған орфан сирле кешеләрҙе реабилитациялау мәсьәләләрен яҡтыртҡан түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһаны.

Сараны Башҡортостандың Ғаи­лә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас