Социаль мәсьәлә
14 Ғинуар 2022, 08:14

“Ҡыҙыл зона”ла эшләгәндәр менән ғорурланам”

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Өфөләге 18-се дауахананың йоғошло ауырыуҙар госпитале мөдире Диләрә Шаһиева үҙенең тап ошо ауыр һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй. “Хыялымдың тормошҡа ашыуы өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен, тап улар минең үҫешеүемә, белем алыуыма ҙур көс һалды, ярҙамын һәм һөйөүен йәлләмәне”, – ти ул.

Буласаҡ табип 2009 йылда Башҡорт­остан дәүләт медицина университе­тының педиатрия факультетын тамамлай һәм Өфө поликлиникаларының береһендә эш башлай. 2019 йылда Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына табип-невролог булып килә. Хәҙер уның хеҙмәт урыны Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһында.

“Туғандарым һәм яҡындарым минең өсөн бик борсола һәм ғорурлана. Айырыуса бөгөнгө ябай булмаған осорҙа табип һөнәренең ни тиклем кәрәкле, изге булыуын улар яҡшы аңлай. Яҡын туғандарымдың икәүһе тап минең профессияны үҙ итте, әле университетта белем алалар.

Ковид беҙҙең эш ритмына һәм тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Тәүге мәлдә хәлдең шул тиклем дә етди, оҙайлы булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Мин “ҡыҙыл зона”ла эшләй башланым, башта барыбыҙ ҙа билдәһеҙлектән яфаландыҡ. Тәүге пациенттар алдында ҡаушау тойғоһон кисерҙек, сөнки бөтәһе лә ят, тәжрибә юҡ... Бөтөнләй билдәһеҙ вирус, өҙлөкһөҙ ауырыуҙар ағымы, өҫтәүенә күбеһе ауыр хәлдә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәргә кәрәк. Кешеләр ҙә баҙап ҡалды, ҡурҡыу тойғоһо көслө ине.

Иң ауыры – үлемгә илткән сирҙең аҙыу процесын контролләп булманы. Хәҙер сирҙе үткәргән йәки юғалтыуҙар кисергән кешеләр ваҡытында вакцина яһатыу кәрәклеге тураһында икеләнмәй. Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың хәүефһеҙ­леген һаҡлау өсөн әлегә бынан да яҡшыраҡ сара юҡ. Табиптар төшөнкө­лөккә, битарафлыҡҡа бирелмәһен өсөн, етәкселектең, хеҙмәттәштәреңдең һәм яҡындарыңдың аңлауы һәм ярҙамы кәрәк. Ауыр стресс, көсөргәнеш шарттарында эшләгән хеҙмәттәштәрем менән сикһеҙ ғорурланам, уларҙың ашығыс рәүештә ҡарар ҡабул итеүенә, бер-береһен дәртләндерә, йылы һүҙҙәр таба һәм шаярта белеүенә һоҡланам. Улар менән аңлашып эшләргә һәм йәшәргә була”, – ти Диләрә Шаһиева.

Динә Арыҫланова 

Читайте нас