

Республика клиник онкология диспансерының күптән түгел А.И. Савицкий исемендәге премияға лайыҡ булыуын ишетеп ғорурландыҡ. Мәртәбәле премия – әһәмиәтле хеҙмәтте таныу билдәһе. Конкурстағы ун номинацияның һәр береһенә дүрт финалист тәҡдим ителһә лә, уларҙың береһе генә награда алды. Республика клиник онкология диспансеры “Йыл ҡаҙанышы” һәм “Иң яҡшы социаль проект” тип аталған ике номинацияла дипломдарға лайыҡ булды.
Конкурсҡа барыһы 150-нән ашыу ғариза бирелгәйне. Премияларға абруйлы онкологтар – академиктар, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгестәре, төп онкология үҙәктәре етәкселәре лайыҡ булды.
Академик А.И. Савицкий исемендәге премия 2021 йылда онкология өлкәһендәге ике ҙур профессиональ ойошма – Рәсәй онкологтар ассоциацияһы һәм Рәсәй клиник онкология йәмғиәте тарафынан ойошторола. Мәртәбәле премия – онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкән, уны өйрәнеүгә, пациенттарҙы дауалауға ҙур өлөш индергән белгестәрҙең ҡаҙаныштарын баһалау, тигән һүҙ. Был награда – хәүефле сиргә ҡаршы көрәштең юғары социаль әһәмиәтен аңлау һәм табип-онкологтарҙың хеҙмәтен популярлаштырыу ҙа.
Халыҡҡа социаль әһәмиәтле ярҙам күрһәтеүсе медицина учреждениеһы ниндәй пландар менән йәшәй? Республика клиник онкология диспансерына ойошторолған матбуғат турында байтаҡ мәғлүмәт алдыҡ. Табиптар, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһының үтәлеше тураһында һөйләне.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” проекты бик күп хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, заманса технологиялар, яңы медицина ҡорамалдары алырға, халыҡты ҡабул итеүҙе ойошторорға ярҙам иткән. Диспансерға аяҡ баҫҡан пациенттар тәүҙә “Һаҡсыл поликлиника”ға мөрәжәғәт итә, бөтә тейешле мәғлүмәткә эйә була, талон ала. Элеккесә оҙон сираттарҙа сәғәтләп ултырырға тура килмәйәсәк. Белгестәр ике сменала эшләй, тәүге тапҡыр килгән пациенттарҙы ҡабул итергә, тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкинлек булдырылған. Алдан яҙылып килергә лә мөмкин. Диспансерҙың баш табибы Адель Измайлова әйтеүенсә, алыҫ райондан килгән кешенең, төшкә ҡәҙәр бер нисә тикшереү үтеп, төштән һуң ҡайтып китеү мөмкинлеге лә бар.
– Онкология коронавирус инфекцияһы кеүек тиҙ тарала торған йоғошло сир түгел. Ул йылдар дауамында үҫешә, был осраҡта диагнозды дөрөҫ ҡуйыу бик мөһим. Ентекле тикшерелгәндән һуң, теүәл диагноз ҡуйылғас, башҡа ағзаларға зыян килтермәйенсә яман шеште яҡшы дауалай беләбеҙ, – тине баш табип.
Диспансерҙа диагностика үткәреү, тикшереү һәм дауалау өсөн юғары технологиялы заманса аппараттар бар. Шуларҙың береһе тураһында журналистарға ла һөйләнеләр. 2,5 миллиметрҙан да бәләкәйерәк яман шештең микроскопик билдәләрен юҡ итер өсөн ҡорһаҡҡа химия препараты ебәрә һәм циркуляциялай торған ҡорамал – үҙе бер мөғжизә. Уны 40-43 градусҡа ҡәҙәр йылыталар. Ғөмүмән, бындай ҡатмарлы әмәлдәр илдең ни бары ете төбәгендә үткәрелә.
Табип-рентгенолог, бүлексә мөдире Булат Ибраһимов әйтеүенсә, милли проектҡа ярашлы алынған ҡорамалдар табиптарҙың эшен күпкә еңеләйткән. Тикшереүҙә бик кәрәкле компьютер томографы, магнит-резонанс томографтары һаны артҡан. Турҙа ҡатнашыусылар үҙенсәлекле операция мәлен дә ҡарай алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хафаға һалған һөт биҙҙәрендәге яман шеш сире билдәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән операция үткәрелде. Вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған ете төбәк проекты тураһында әйтте, шуларҙың береһе – “Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” программаһы. Ошо тәңгәлдә башҡарылған ҙур эштәр, төҙөлөштәр, технологиялар – алға табан яһалған ырамлы аҙым. “Республикала 12 онкология үҙәге эшләй, оҙаҡламай 13-сөһө ишектәрен аса, беҙҙәге онкологик ярҙам Көнбайыштағынан айырылмай”, – тине Максим Забелин.
Динә Арыҫланова