Социаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2022, 04:30

Өйһөҙҙәр йылынып сыға ала

Өфөлә Кировоградская урамындағы заправка янында асарбаҡтарға йылынып сығыу пункты эшләй башлаған.

Өйһөҙҙәр йылынып  сыға алаӨйһөҙҙәр йылынып  сыға ала
Өйһөҙҙәр йылынып сыға ала

Өфөлә Кировоградская урамындағы заправка янында асарбаҡтарға йылынып сығыу пункты эшләй башлаған.


Әрме палатаһы эсендә уларға ҡайнар сәй эсергә, таҙа кейем, шулай уҡ психолог консультацияһы алырға мөмкин.


Был турала хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә яҙған.


"Радий Хәбировтың күрһәтмәһе үтәлде. Өфөлә йылынып сығыу пункты эшләй башланы. Бөгөнгөләй һыуыҡ көндәрҙә ауыр тормош һынауы алдында ҡалғандарға йылынырға, эҫе сәй эсергә, таҙа кейем, психологик ярҙам алырға мөмкинлек тыуҙы. Өфө ҡалаһы хакимиәте, Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтарының берлектәге көсө менән бына шундай пункт булдырылды", тиелгән унда.


Ленара Иванова һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта асарбаҡтарға ярҙам итеү өсөн Хөкүмәт кимәлендә комплекслы план әҙерләнә.


Фото:progorodnn.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас