Социаль мәсьәлә
20 Ғинуар 2022, 14:00

Бушлай белем алам, тиһәң...

Һуңғы өс йыл эсендә 1445 кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған.

Бушлай белем алам, тиһәң...Бушлай белем алам, тиһәң...
Бушлай белем алам, тиһәң...

Башҡортостанда йәшәгән 400 тирәһе кеше мәғариф сертификаттары буйынса бушлай уҡый ала, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа 2018 йылдан ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда йәшәгән 1445 кеше сертификаттар буйынса һөнәр алды, өҫтәмә һөнәри белемгә эйә булды. Әйткәндәй, дәүләт мәғариф сертификаттарын эш эҙләгәндәр, эшһеҙҙәр, өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатындар, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнгән һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген кире ҡайтарырға теләгән граждандар алыу хоҡуғына эйә.  

Был финанс ярҙам 10 мең һум тәшкил итә. Уны уҡыу өсөн өлөшләтә йәки тулыһынса түләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Был программала ҡатнашыу өсөн мәшғүллек үҙәктәре филиалдарының береһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мәғариф программалары һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары исемлеге менән Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Фото: ddt-eduline.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас