Социаль мәсьәлә
21 Ғинуар 2022, 04:57

Дуҫының һүҙен йыға алмаған

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Өфө ҡалаһы эргәһендә ауырыуҙар һәм йәшәр урындары булмаған берәҙәктәр өсөн бушлай хеҙмәтләндереүсе мунса барлыҡҡа киләсәк. Уны ирекмәндәр һәм меценаттар аҡсаһына үҙ теләге менән Владислав Насретдинов төҙөй.  Был хәлгә ышанғы ла килмәй. Ул идеяһын үҙ ҡулдары менән тормошҡа ашыра. Был ябай мунса булмаясаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым яраҡлаштырылған инеү урыны, махсус сисенеү, яраларҙы бәйләү бүлмәләре, хатта сәй эсеү урыны булдырыласаҡ. Владиславтың, 26 йәштә аварияға эләгеп, түшәккә ятырға мәжбүр булған дуҫы ошондай мунса төҙөү идеяһы менән уртаҡлашҡан.

Кем-кем, ә дуҫының хәлен аңлаған Владислав инвалидтарҙың проблемаларын яҡшы белә. “Түшәктә ятҡан ауырыу­ҙарҙың тиреһе боҙола. Мунса, контраст душ ҡан әйләнешен яҡшырта, күҙәнәктәр регенерацияһы яҡшыра, йәрәхәттәр тиҙерәк уңала. Мунса тәнде генә түгел, күңелде дауаларға ла ярҙам итһен ине”, – тип теләй “Чистотел” ойошмаһы етәксеһе Владислав Насретдинов.

Владимир Горбунов бынан 20 йыл элек аяҡтарын юғалта. Протездары булһа ла, тормоштағы ҡайһы бер шатлыҡтарҙан мәрхүм ҡалыуын йәшермәй. “Инвалидтар өсөн мунса төҙөлөүе тураһында ишеткә­нем дә булманы. Әгәр Өфө эргәһендә бындай учреждение барлыҡҡа килһә, ул инвалидтарҙы үҙенә тартҡан үҙәккә әүереләсәк”, – ти инвалидтарҙың “Мир” ҡала ойошмаһы рәйесе.

Мунса комплексын төҙөүҙе инвалид­тарҙың ҡала ойошмаһы хуплай. Ул идеяны тормошҡа ашырыу өсөн Владиславҡа ярҙам итмәксе, хәҙер ойошма гранттарға заявка әҙерләй. Мунсанан  түшәктә ятҡан ауырыуҙар ҙа файҙалана аласаҡ. “Әгәр власть беҙгә автобус бирә алмаһа, ҡул ҡаушырып ултырмаясаҡбыҙ, аҡса йыйып булһа ла һатып аласаҡбыҙ, – ти Владислав Насретдинов. – Мунсанан тыш, бында фельдшер пункты, парикмахерский буласаҡ”.

“Роспотребнадзор” менән бинаны даими эшкәртеү тураһында килешеү төҙөлгән.  Мунсаға килеүселәр өсөн берҙән-бер шарт – айыҡлыҡ. Эскән һәм наркотик ҡулланған кешеләр индерелмәйәсәк. Үҙәккә ярҙам итергә теләгәндәр булһа, ошо телефонға шылтырата ала: 8-922-458-71-01.

Динә Арыҫланова

Читайте нас