

Салауат районында йәшәгән пенсионер Өлиә Йәнгироваға бына ике йыл инде вафат булған ире исеменә коммуналь түләүҙәргә квитанциялар килә. Сүп-сар өсөн түләүҙе лә талап итәләр... Ҡатын был хәлде аңлатыуҙы һорап, ауыл советына һәм төбәк операторына мөрәжәғәт иткән, тип яҙа BashNews.
56 йыл бергә йәшәгән тормош иптәшеңде юғалтыуы ауыр, әлбиттә, өҫтәүенә уның бурысы хаҡында ай һайын иҫеңә төшөрөп торһалар...
Уларҙың ауылда ике йорто булған. Өлиә Йәнгирова береһендә йәшәй. Пенсионерҙың йортонда улы һәм ейәне лә теркәлгән, тик улар унда йәшәмәй.
”Бөтәһе өсөн дә түләргә тура килә. Пени ҙа өҫтәлеп кенә тора. Үлгәндәр өсөн дә,” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә ҡатын. Ауыл советында ғаилә составы тураһында белешмә биргәндәр, төбәк операторына запрос ебәрергә ярҙам иткәндәр. Белгестәр вафат булған ир исеменә иҫәпләнгән сумманы ҡайтанан иҫәпләйәсәк, тик пенсионер ҡатын, милек хужаһы булғанлыҡтан, йорттарҙың береһендә генә йәшәһә лә, бөтәһе өсөн дә түләргә тейеш буласаҡ. Торлаҡҡа түләү буйынса йөкләмә ошо бинаға милеккә хоҡуҡ барлыҡҡа килгән мәлдән башлана. Йортоңда йәшәмәһәң дә түләргә тура киләсәк. Йорт милекселәре базаһы автоматик рәүештә яңыртылып тормауы һөҙөмтәһендә ошондай аңлашылмаусанлыҡтар тыуа. Пенсионерға иҫәп-хисап үҙәгенә документтар менән килергә мөмкинлек табырға кәрәк буласаҡ. Шул осраҡта ғына квитанцияларҙан вафат булған кешенең исемен алырға мөмкин, тип аңлата белгестәр.
Фото:BashNews