Социаль мәсьәлә
23 Ғинуар 2022, 09:30

Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр

"Балаларыбыҙ Сәйфетдиновтарҙы шунда уҡ уратып алды, сөнки уларҙың матур-матур уйынсыҡтар, тәмлекәстәр менән килгәндәрен белеп бөткәндәр".

Балалар шатланһа, ер-һыу пакланырБалалар шатланһа, ер-һыу пакланыр
Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр

Замандың төрлө ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ауылдарыбыҙҙа халыҡтың берҙәмлектә, бер-береһен ҡыуандырып, ярҙам итешеп йәшәүе һөйөнөслө. Гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән түбәндәге хат та – шуға дәлил.

Беҙҙең Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы элек-электән ихлас, татыу, бер-береһенә хәленән килгәнсә ярҙам итешеп йәшәй. Урындағы балалар баҡсаһына ла даими булышлыҡ ҡылып торған ғаиләләр күплеге айырыуса һөйөнөслө.

Мәҫәлән, был Яңы йылда ла Фирүзә һәм Вадим Сәйфетдиновтар (улар – “Урал” мини-маркеты хужалары, ғаилә башлығы Бөрйән бал ҡортон тергеҙеү менән дә шөғөлләнә) балалар баҡсаһына тоҡ-тоҡ күстәнәс алып килде. Уларҙы сабыйҙарыбыҙ шунда уҡ уратып алды, сөнки матур-матур уйынсыҡтар, тәмлекәстәр менән йөрөгәндәрен белеп бөткәндәр. Эйе, был юлы ла Сәйфетдиновтар изге ғәмәле аша балаларҙы ла, беҙҙе лә ҡыуандырып, үҙҙәре лә ихлас һөйөнөшөп сығып китте. Уларҙың юлы дауам итә әле: ауылыбыҙҙағы иң бәләкәстәр тәрбиәләнгән төркөмгә лә бүләктәр илтәсәктәр.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, тигән халҡыбыҙ. Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр, ти торғайны өләсәйем. Сабыйҙарҙы һөйөндөргән Сәйфетдиновтарҙың үҙҙәрен дә тик изге күңелле кешеләр уратһын, тормоштары бәхет-шатлыҡтан, уңыштарҙан ғына торһон!” – тип яҙҙы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Раушания Мәжитова.

Фотолар балалар баҡсаһы төркөмөнән.

Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр
Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр
Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр
Балалар шатланһа, ер-һыу пакланыр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас