Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2022, 11:30

Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк, дуҫтар!

Кеше яҙмышына битараф булмаған һәр кемде Берҙәм ирекмәндәр штабына ҡабул итәбеҙ.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк, дуҫтар!Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк, дуҫтар!
Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк, дуҫтар!

Республикала коронавирус инфекцияһының һәм уның яңы штамы “омикрон” таралыуы менән бәйле, беҙ ирекмәндәр һәм автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәрҙе Берҙәм ирекмәндәр штабына ҡабул итәбеҙ.

Беҙгә ошо йүнәлештәр буйынса ярҙам кәрәк буласаҡ:

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында;

 Өлкәндәргә  һәм аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар  килтереүҙә;

Автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәр сифатында.

Ярҙам төрҙәре:  кәрәкле аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы илтеү; һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ярҙамлашыу; автомобиль ирекмәндәре сифатында ярҙам күрһәтеү.

Битараф булмаған һәр кемде, “Йәшлек House” резидентына берләшергә саҡырабыҙ!

Кемдәр ярҙамға әҙер, ошо һылтанма буйынса анкета тултырығыҙ: : https://clck.ru/anDHJ

Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыу өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификатығыҙ булыуы кәрәк.

Фото: "Башинформ"

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас