Социаль мәсьәлә
25 Ғинуар 2022, 04:54

Үрген балалар йорто күптәрҙе кеше иткән

Улар етемлек ғазаптарынан атайҙарса ҡурсалағаны өсөн Совет хөкүмәтенә рәхмәтле.

school04.ruschool04.ru
Фото:school04.ru

ХХ быуат башында батша Рәсәйендә 2,5 миллиондан ашыу хәйерсе, ас һәм етем бала булған. Алты йылға яҡын барған Беренсе донъя, һуңынан Граждандар һуғыштары һөҙөмтәһендә уларҙың һаны алты миллиондан артып киткән. Йәш Совет хөкүмәте алдына ҡараусыһыҙ ҡалған шул тиклем күп баланы физик һәләкәттән һәм әхлаҡи бөгөлөүҙән ҡотҡарыу бурысы килеп баҫа.

Етемдәрҙе, милләтенә ҡарамайынса, тәрбиәләү һәм уҡытыу СССР-ҙа мөһим дәүләт эше тип билдәләнә. Был мәсьәләне хәл итеү балалар йорттарына йөкмәтелә, халыҡ телендә ул “детдом” тип йөрөтөлә. 1921–1923 йылдарҙа улар мохтажлыҡ булған бөтә ерҙә лә асыла. 1922 йылда уҡ инде 7815 балалар йортонда 451600 бала тәрбиәләнә.

Көнүҙәк мәсьәлә

 

Ун йылдан һуң был иҫ киткес ауыр мәсьәлә, уңышлы хәл ителеп, уларҙа 150 мең генә тәрбиәләнеүсе ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ҡатмарлы йылдарҙа был тағы ла иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһенә әйләнә. Ғәжәп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында бөтә етемдәр ҙә дәүләт ҡарамағына алынған.

Ейәнсура районында балалар йорттары 1943 йылда – Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылында, ә 1944 йылда иһә Күгәрсен ауылында асылған. 1946 йылда Абҙан балалар йорто Байыш ауылына күсерелгән. Етем балалар кәмеү сәбәпле, улар Күгәрсендә – 1952 йылда, ә Байышта 1954 йылда ябылып, тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе Үргенгә күсерелә. Райондағы һуңғы етемдәр йорто 1955 йылда ябылған.

Район етәкселеге балалар йорттары эшмәкәрлеген ныҡлы контролдә тота. Үрген балалар йортон Һүрәм МТС-ы һәм урындағы Молотов исемендәге колхоз шефлыҡҡа алған. Партия район комитетының бүлек мөдире Сафа Кинйәбулатов рәйеслегендә Попечителдәр советы төҙөлә. Район советы, комсомол комитеты, социаль тәьминәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау бүлектәре, ҡулланыусылар йәмғиәте союзы вәкилдәре һәм колхоз рәйесе уның составына ағза булып инә.

Эшләп килгән интернат биналарына 1943 йылдың йәйендә һәм көҙөндә яңылары өҫтәлеп, мәктәптең эргәһендә генә балалар йортоноң өс йоҡо корпусынан, пионер бүлмәһенән, китапхананан, ашхана менән кухнянан, конторанан, медицина изоляторынан, келәттән һәм оҫтаханаларҙан торған матди базаһы барлыҡҡа килә.

Бөтә илдә тәрбиәләнеүселәр урын­дағы белем усаҡтарында уҡый. Балалар күп булған осраҡта ла тик етемдәр генә уҡыясаҡ мәктәптәр асылмай. Был уларҙың үҙ-үҙҙәренә йомолоуын булдырмаҫ һәм йәмғиәт­тән айырылыуын тыуҙырмаҫ өсөн эшләнә. Ошо уҡ маҡсатта уларҙың урында йәшәгән халыҡ менән үҙ-ара аралашыуына ла ҙур иғтибар бирелә. Ете йыллыҡ белем мәжбүри була. Унан һуң тәрбиәләнеүселәрҙең күпсе­леге ФЗО-ларға һәм һөнәрселек училищеларына урынлаштырыла, бер аҙы ғына VIII–X кластарҙа уҡыуын дауам итә.

1949 йылда Үрген балалар йортон­дағы 96 баланың 33-ө – Ейәнсура, йәнә шул тиклеме Абҙан районынан була. 30 тәрбиәләнеүсе республи­каның 18 районынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларынан, ә Роза Баҙгилдиева менән Клара исемле ҡыҙ Татарстандың Кукмор районынан, Марс Сәйфуллин Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районынан килгән була. Бүтән ҡала-район балаларын Мәғариф министрлығының йү­нәлтмәһе буйынса килтерәләр, уларҙың байтағы Өфөнөң тимер юл вокзалында һәм башҡа урындарында ҡараусыһыҙ йөрөгән. Ейәнсуралар ауыл советтарының ғаилә хәле тураһында белешмәһе һәм мәғариф бүлеге йүнәлтмәһе буйынса урынлаштырыла.

Балалар йортоноң тәүге директоры Ғәлләм Айҙағолов район хаки­миәтенең мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған. Артабан был йөктө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Фәрхетдин Рафиҡов, Нәҡип Байғужин, Хөсәйен Биктимеров, Абдрахман Бикйәнов тарта. Завуч вазифаһын шулай уҡ фронтовиктар Йомабай Аблаев, Шәрифйән Аҙнабаев, Әйүп Ейәнбирҙин һәм Мораҡ педагогия училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙ Ләлә Бикҡолова башҡара. Зөлхизә Дәминева-Янбаева, Маһи Исхаҡова, Шәмсинур Ғиззәтуллина, Хөмәйрә Солтанбаева, Мөслимә менән Хажмөхәмәт Йәғәфәровтар, Әминә Ишкилдина-Зарипова һәм башҡалар балаларҙың яратҡан тәрбиәселәренә әйләнә.

Шәфҡәт туташы Шәкирә Камалова менән Мәрйәм Зиннуроваға балалар йортон ғына түгел, һуғыш осоронда фельдшеры булмаған ауыл халҡын да хеҙмәтләндерергә тура килә. Өлкән пионервожатыйҙар булып Мөхтәр Әхтәмов, Әмир Ишбирҙин, Хәким Ишбаев, Хәсәнә Янбаева эшләй.

1950 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, балалар йортоноң ярҙамсы хужалығында Молотов исемендәге колхоз биргән дүрт ат, алты эш үгеҙе, алты һыйыр, бынан тыш, башмаҡтар һәм быҙауҙар, бәрәстәре менән 22 һарыҡ һәм дүрт түмәр умарта иҫәпләнгән. Хужалыҡҡа тәжрибә участкаһы, 12 гектар һөрөнтө ер һәм ҙур майҙанда бесәнлек беркетелә, аттар һәм үгеҙҙәр менән ошо ерҙәр эшкәртелеп, картуф, йәшелсә үҫтерелә, малға фураж һәм һалам-бесән әҙерләнә. Уларҙың бөтәһендә лә тәрбиәләнеүселәр әүҙем ҡатнашып, эшкә өйрәнеп үҫә.

Хеҙмәт тәрбиәһе

 

Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә яҡшы йыһазландырылған оҫтаханаларҙың әһәмиәте ҙур була. Үҙ эшенең оҫтаһы инструктор Григорий Харитонов малайҙарҙы ағас менән тимер эшкәртергә өйрәтә, авиамоделселәр түңәрәген дә алып бара. Теген оҫтаханаһында ҡыҙҙарҙы тегеү-сигеү серҙәренә Алмабикә Аблаева һәм Зифа Биктимерова төшөндөрә.

– Әсәйем Мөслимә менән атайым Хажмөхәмәт Йәғәфәровтар тәүҙә – Абҙан, унан һуң Күгәрсен балалар йортонда тәрбиәсе һәм бухгалтер булып эшләне, – тип хәтирәләрен уртаҡлаша балалар йорто хеҙмәт­кәрҙәре Йәғәфәровтарҙың ҡыҙы, хәҙер Мәләүез ҡалаһында йәшәгән педагогия хеҙмәте ветераны Таң­һылыу Ҡыуандыҡова. – Һуғыш яралары бер аҙ уңалып, әкренләп етем балалар һаны кәмеү сәбәпле, 1952 йылда Күгәрсен балалар йорто Үргенгә күсерелде. Бында ла улар ошо вазифаларҙа эш башланы, артабан атайым – тәрбиәсе, әсәйем директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары итеп күсерелде. Бөтә кәрәк-яраҡ ҙур келәттә hаҡланды. Ул төрлө йыһаз, кейем-hалым, аҙыҡ-түлек hәм башҡа нәмәләр менән туп-тулы ине. Балаларға даими рәүештә яҡшы драп пальто, баш кейеме, сифатлы итеп эшкәртелгән тиренән тегелгән ботинкалар килә торғайны. Уларҙы миҙгеленә ҡарап, үлсәмен тура килтереп тараттылар.

Әсәйем беҙгә лә эш хаҡы иҫәбенән кейем алып кейҙерә торғайны. Шуға, ахыры, был хәтирәләр күңелдә ныҡ haҡланған. Ашханала көн дә итле аш, картуф, бутҡа, макарон бешерәләр, компот, кеҫәл әҙерләйҙәр. Бер тапҡыр ҡарға бата-сума, атай-әсәйемде эҙләп, ашханаға барғаным иҫемдә. Бөтә хеҙмәткәрҙәр төшкө ашты шунда ашай торғайны. Сисендереп, йыуындырып, бутҡа hалып биреп, өҫтәл янына ашарға ултырттылар. Таңһылыу Хажмөхәмәт ҡыҙы һөйләүенсә, балалар йортоноң үҙ хужалығы булған. Ул ит, hөт, картуф, йәшелсә менән тәьмин иткән. Йәйге каникулда бөтә өлкән балалар ауылдан 12 километр алыҫлыҡтағы Әҙел тигән урында хеҙмәт лагерында ятҡан. Балалар йорто тәрбиәселәренең һәм ашнаҡсыларының да яртыһы күсеп барып, һәммәһе лә палаткаларҙа һәм үҙҙәре яhаған ҡыуыштарҙа йоҡлаған. Бергәләшеп картуф үҫтергәндәр, утын, бесән әҙерләгәндәр, уларҙы ауылға ташығандар.

Балалар ял ваҡыттарында төрлө уйындар, бигерәк тә яратып волейбол уйнаған, концерттар ҡуйған, ҡыҫҡаһы, бик күңелле йәшәгән. 1955 йылда Үрген балалар йорто ябылып, тәрбиәләнеүселәрҙе Өфөгә һәм Стәрлетамаҡҡа күсергәндәр. Уның да ата-әсәһенә Өфөгә күсергә тәҡдим итhәләр ҙә, улар тыуған ерен ташламаған, Ибрайға ҡайтҡан.

Тәрбиә эшендә, балаларҙың сәйәси һәм мәҙәни кимәлен үҫтереү сараһы булараҡ, кластан тыш уҡыуға ҙур иғтибар бүленә. Китапханала меңгә яҡын китап һаҡлана, йыл да 30-35 дана гәзит-журнал алдыралар. Тәрбиәләнеүселәр бигерәк тә “Пионерская правда”, “Ленинсы”, “Пионер”, “Огонек” исемле баҫмаларҙы яратып уҡый. Кластан тыш эштәрҙең башҡа төрҙәре лә һәйбәт үҫешкән була. Драма, хор, бейеү, фото, шахмат түңәрәктәре эшләй, балалар музыка уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Уларҙың ҡарамағында биш радиоалғыс, грампластинкалар менән өс патефон, ике фотоаппарат, өс мандолина, ике хромка гармун һәм баян була.

 

Оноторлоҡ түгел

 

Балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүселәренән Үрген урта мәктәбен тәүгеләрҙән булып тамамлаған, бөгөн Үрге Муйнаҡ ауылында ғүмер иткән Ғилмикамал Тусалина-Ҡунаҡбаева бына ниндәй иҫтәлектәрҙе һөйләне:

– 1941 йылда Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбенең I класын бик яҡшы тамамланым, уҡытыусылар менән бергә фотоға төшөрҙөләр. Ошо йылда, инде рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, уҡыйбыҙ тигән ваҡытта, ҡәһәрле һуғыш башланып китте. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан атайым өлкән йәштә ине, уны хәрби хеҙмәткә алманылар. Ул колхоз эшенән бер ҙә ҡалманы, балта оҫтаһы ине, кешеләргә өй һалышырға ла ярҙам итте. Һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшағайны, ауыр сирҙән атайым – 1944, ә әсәйем 1947 йылда донъя ҡуйҙылар. Ҡустым Ғәйнулла менән икебеҙҙе Үрген балалар йортона урынлаштырҙылар, беҙ унда дүрт йыл йәшәнек.

Мин Үрген мәктәбенә VII класҡа уҡырға барҙым. Үҙем бәләкәй ҡыҙҙар менән бер бүлмәлә йәшәнем, уларға күҙ-ҡолаҡ булыу кәрәк булғандыр инде. Тәрбиәселәребеҙ Зөлхизә һәм Алмабикә апайҙар бик һәйбәт булды. Аш бешереүсе Хәкимә инәйебеҙ Аҡъюлова төрлө тәмле ризыҡ менән һыйлай торғайны. Ашханаға барғанда,  рәткә теҙелеп, “Иптәш Сталинға һөйөү, Сталинға дан!” тип йырланыҡ. Утын ҡырҡыу, уны бүлмәгә ташыу һәм башҡа ауыр эштәрҙә өлкән ағайҙар ярҙамға килә торғайны. Өлкән вожатыйыбыҙ Мөхтәр ағай Әхтәмов бигерәк ярҙамсыл булды. Беҙгә утынды өйөмдән алып биреп, ҡырҡышып, ташышып биргәне иҫтә. Шул изгелектәрҙе ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел.

Ғилмикамал апай һөйләүенсә, ул 1951 йылда Үрген урта мәктәбен тамамлап, Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға ингән һәм уны 1955 йылда тамамлаған. Ҡыуандыҡ районының  Сурай, Күгәрсен районының Сәйетҡол, Ейәнсура районының Үрген, Күгәрсен, Өмбәт һәм Үрге Муйнаҡ мәктәптәрендә хаҡлы ялға сыҡҡансы 28 йыл уҡытыусы булып эшләгән. Тормош иптәше Ишбулат Абрар улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән, улар бөтәһе лә үҙ юлдарын табып, ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Йөрәгендә балалар йорто, Үрген мәктәбе һәм ауыл халҡы тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡлай.

Урта мәктәпте икенсе булып 1952 йылда Әхмәтйән Хәйбуллин  тамамлай. Атайҙары Әхмәтғәлим һуғышта һәләк була, 1944 йылдың ғинуарында Сиреғол ауылында, өс балаһын ҡалдырып, әсәләре Мәстүрә лә донъя ҡуя. Улдары Әхмәтйәнгә ни бары ун бер йәш кенә була, ҡыҙҙары Рәшиҙә менән Сәлиә унан да бәләкәйерәк. Ирен һуғышҡа оҙатҡанда өс бала менән тороп ҡалған әсәләренең бер туған апаһы Мәймүнә тәрбиәһенә тағы ла өс етем өҫтәлә. Уның ире, райондың данлыҡлы ҡурайсыһы Солтан Абыҙов та яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмай. Мәймүнә менән Мәстүрә Үргендән Исмәғил Солтанбаевтың ҡыҙҙары була. Бер йылдан ашыу ҡарағандан һуң, инәйҙәре туғандарын тыуған ауылындағы балалар йортона урынлаштыра.

Мәктәпте тамамлағас та, Әхмәтйән Ленинград хәрби-диңгеҙ училище­һына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда лейтенант погондарында уңышлы тамамлай. Оҙаҡ йылдар Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән күп орден-миҙалдар кавалеры 2-се ранг капитаны званиеһында отставкаға сыға. Ябай ауыл малайы Әхмәтйән Хәйбуллин, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, яҡшы һөнәр алған, Ватанына тоғро хеҙмәт иткән ысын патриот булып кешеләр күңелендә йәшәй.

Тәүҙә Стәрлебаш районының Арыҫлан имсәк балалар йортонда, унан һуң Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән Риф Батыршин ҡайҙа, ҡасан тыуғанын ла, ата-әсәһе һәм туғандары тураһында ла бер нимә  белмәй үҫә. 1945 йылда биш йәшлек малай Үргенгә күсерелә. Бик тырыш уҡыусы була ул, балалар йорто директоры Биктимеровтың яҙмаһы – архивта һаҡланған 1951 йылдың 7 ноябрендәге бойороғо шул турала һөйләй. Уның буйынса алты тәр­биәләнеүсегә – VII класс уҡыусылары Рәүеф Арыҫланов менән Фуат Бәҙретдиновҡа, IV класс уҡыусылары Ғәтиәт Алдаҡаев менән Юлай Хәмиҙуллинға, III класс уҡыусылары Риф Батыршин менән Марс Сәйфуллинға, өлгөлө тәртиптәре һәм яҡшы уҡығандары өсөн рәхмәт белдерелеп, был ваҡытта ҙур аҡса булған 10-ар һум премия бирелә. Улар өсөн Иҫәнғолға махсус экскурсия ойошторола.

Тормошта үҙ урындарын таптылар

 

Урта кластарҙа уҡый башлағас, Риф Батыршин тиҫтерҙәре төркөмөндә староста итеп тәғәйенләнә. Һәр ваҡыт дөрөҫлөккә барған үҫмерҙең килеп тыуған кире күренештәргә ғәҙел баһаһын оҡшатмаусылар ҙа табыла һәм 1954 йылда VI класты ғына тамамлаған 14 йәштәге Риф Өфө аяҡ кейемдәре фабрикаһына итексе һөнәрен үҙләштерергә ебәрелә. Иҫәнғолға ҡайтып, көнкүреш комбинатында бригадир булып эшләй. Унан һуң балта оҫтаһы һөнәре буйынса һөнәрселек училищеһына инә, бер юлы киске мәктәптә IX класты тамамлай, ике йыл Өфөлә эшләй. 1960 йылда 20 йәшлек егет, ҡабаттан Үргенгә килеп, X класҡа уҡырға инә, интернатта йәшәй һәм 1961 йылда өлгөргәнлек аттестаты ала. Артабан ул Совет Армияһында хеҙмәт итә, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай. Артабан Ауырғазы районында баш агроном, колхоз рәйесе һәм район кимәлендә етәксе вазифалар биләй. СССР-ҙың Почет Билдәһе ордены кавалеры, Ауырғазы районының Маҡтаулы гражданы Риф уҙаман бөгөн ҡәҙер-хөрмәттә район үҙәге Талбазыла йәшәй.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәкәриә Әлимбәтовтың иҫтәлектәренән өҙөк килтерәйек. “1938 йылда Үрге Мәмбәтша ауылында тыуғанмын, – ти ул. – Миңә биш ай булғанда ҡаты ауырыуҙан әсәйем үлеп китә. 1943 йылдың башында Смоленск янындағы һуғышта атайым һәләк була һәм мин, дүрт йәшлек үкһеҙ етем, үгәй әсәй ҡарамағында ҡалдым. 1949 йылдың ғинуарында 11 йәш менән барғанда ғына ауыл советы мине Байыш балалар йортона урынлаштырҙы һәм I класҡа уҡырға барҙым. 1954 йылда ул ябылды һәм беҙҙе Үргенгә күсерҙеләр.

Бында балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәләр ине. Беҙҙе йырға, бейеүгә йәлеп иттеләр, мин бер йылда мандолинала һәм баянда арыу ғына уйнарға өйрәндем. Бында беҙгә тәбиғәт тә, ауылдың кешеләре лә, тәрбиәселәр менән уҡытыусылар ҙа бик оҡшай ине. 1955 йылда балалар йорто ябылып, беҙҙе Стәрлетамаҡҡа күсерҙеләр. Унда өс йыл уҡып, Стәрлетамаҡ педагогия институтына инеп, физика-математика факультетын тамамланым һәм ғүмерем буйы мәғариф өлкәһендә етәксе вазифаларҙа эшләнем. Ун йыл дауамында өс балалар йортонда тәрбиәләндем. Бик аҙ, бер йыл ғына йәшәгән Үрген тураһында әле лә иң матур хәтирәләр һаҡлайым.

82 йәштәге ағайыбыҙ бөгөн дә баянын ҡулынан төшөрмәй, йырҙарҙың көйөн ижад итә. Улар популяр йырсылар Айгиз Ханов, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар башҡарыуында ҙур концерттарҙа һәм радио тулҡын­дарында йыш яңғырай.

Зәкәриә Далха улы менән бергә Үргенгә күсерелгән класташы Хәсән Дәүләтбәков та ауыр бала саҡ һәм йәшлек йылдарын үтә. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамам­лағандан һуң, Хәсән ағай уҡытыусы, Ибрай һәм Иҙәш мәктәптәре директоры вазифаларында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләне. Ябайлығы, кешелеклелеге уның йөҙөндә үк сағыла ине.

Хәсән Ғәлиәкбәр улы ваҡытлы матбуғат менән бик дуҫ булды. Танылған ауыл хәбәрсеһенең район гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрендә һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, ябай кешеләрҙең маҡтауға лайыҡ хеҙмәте тураһында яҙылды. Ул Дәүләтбәковтарҙың журналистар династияһына ла нигеҙ һалды. Өлкән улдары Артур – “Йәшлек” республика гәзитенең баш мөхәррире, килендәре Лилиә “Башҡортостан” гәзите тәржемәсеһе, кесе улдары Айнур – республика мәғлүмәт үҙәге директоры, ҡыҙҙары Айгөл “Ейәнсура таңдары” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.

Балалар йортона Үргендең үҙенән, атайҙары Исхаҡ Ейәнбирҙин вафат булғас, улы Риф менән ҡыҙы Миңлегөл урынлаштырыла. 1943 йылдың яҙында Сәхретдин Килдебаевтың ҙур ғаиләһе ҡышлаған башаҡтан ағыуланып һәләк була. Иҫән ҡалған берҙән-бер ҡыҙҙары Рауза ла балалар йортонда тәрбиәләнә. Атайҙары Иҙрис Айҙағолов һуғышта һәләк булғас, ҡыҙҙары Зәйтүнә менән Рәйсә лә бында урынлаштырыла. Ишемғол ауылында йәшәгән Зәйтүнә апай бөгөн дә: “Детдом ғына беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы”, – тип хәтерләй.

Билдәле инде, төрлө тарафтан килгән ауыр яҙмышлы балалар менән эш барышында ҡыйынлыҡтар ҙа осрай. Шуларҙың береһенә генә туҡталып китәм. Эҙләнеүҙәр барышында, тыуған яҡтарын һағыныумы, әллә үҫмер романтикаһы хистәре менәнме икән, районыбыҙҙың Аҡдәүләт ауылынан бер малайҙың – 1951 йылда, ә Иглин районынан икенсеһенең 1952 йылда балалар йортонан ҡасыуҙарын асыҡланым. Уларға был ваҡытта 14-әр йәш була. Малайҙарҙы бер нисә айҙан һуң Ҡаҙағстандың Уральск һәм Ырымбур ҡалаларынан Үргенгә кире килтереп тапшыралар. Һуңынан икеһе лә, һәйбәт белем алып, матур хеҙмәт юлы үтә.

Үрген балалар йорто тәрбиәләнеү­селәренең артабанғы яҙмышы тура­һында билдәле бик күп мәғлүмәттәр буйынса, улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп, лайыҡлы ғүмер кисергән. Ошонан сығып, ауырлыҡтар һәм һынауҙарҙың кешеләрҙе нығыраҡ сыныҡтырыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Етемлек ғазаптарынан атайҙарса ҡурсалаған өсөн улар Совет хөкүмәтенә мәңге рәхмәтле. Ә инде балалар йорто, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, Үрген һәм уның халҡы йөрәктәрендә ғүмерлеккә урын алған.

 

Юлай СОЛТАНБАЕВ,

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы.

Читайте нас