

Былтыр 17 ноябрҙә тормош яратҡан Гөлназ Сакулина Өфө буйлап беренсе ультрамарафонда йүгергәйне. Ә ҡыҙҙың маҡсаттарының береһе изгелек ҡылыу булған. “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” үҙәге һәм “Өфө муйынсаһы” командаһы менән велосипедтар һатып алыу өсөн 108 мең һум аҡса туплап, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итергә булған. Һөҙөмтәлә вайымһыҙ булмаған кешеләр ярҙамында был сумма ике тапҡырға күберәк тупланған: 213527 һум. 214 кеше изгелек ҡылыу маҡсатында аҡсаһын биргән. “Жилстройинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ярҙам иткән.
- Был – йәмғиәттең, бизнестың һәм властың ошондай мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә шәп миҫал. Ошоноң ярҙамында ете бала велосипедҡа эйә булды, - тип белдерҙе республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” үҙәге директоры Алина Хәбирова.
Велосипедтарҙы “SportHub” магазинында тапшырҙылар. Алдан унда балалар церебраль фалижы менән сирләгән балалар өсөн велосипедтар килтерелгән.
Хәтерегерҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө муйынсаһы” проекты урындағы әүҙемлек үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла һәм Өфө ярҙары буйындағы йәйәүлеләр, велосипедсылар зонаһын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә.
Йәй Гөлназ Сакулина велосипедта, “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән берлектә “Өфө муйынсаһы”ның бер участкаһы буйлап үтмәксе.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.