

Коронавирус инфекцияһы таралыуҙың тәүге көндәренән Сибайҙа “Беҙ бергә” ярҙам акцияһына ярашлы ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Санитар-эпидемиологик хәлдең үҙгәреүенә, яңы ихтыяждар барлыҡҡа килеүгә ҡарап, ирекмәндәр өсөн яңы бурыстар ҙа билдәләнә.
Шул изге эштәрҙең береһе – хроник сирҙәрҙән яфаланған 65 йәштән өлкәндәрҙең ғаризалары буйынса дарыуҙар килтереүҙә ярҙам күрһәтеү. Бөгөнгө шарттарҙа бындай пациенттарға кеше менән артыҡ аралашмау хәйерле, әммә йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар һәр ваҡыт кәрәк. Шуға күрә уларға медикаменттар алып барыуҙы ирекмәндәр үҙ иғтибарына алған.
Быйылғы йылдың ғинуарында штабта эшләүгә ҡала округы Советы депутаттары ла ҡушылған. Мәҫәлән, дежурҙа булған Роман Зәйҙуллин кешеләр һәм ирекмәндәр менән аралашҡан, бер ыңғайҙан ҡағыҙ эштәрен тәртипкә килтергән, шулай уҡ телефондан ҡабул ителгән мөрәжәғәттәргә яуап биргән. Шылтыратыуҙар күп түгел, ләкин бар. Әйткәндәй, депутаттар үҙ автомобилдәрендә дежур итә һәм, кәрәкһә, бараһы урынға алып барыуҙы тәьмин итә. Ҡала Советы депутаты Роман Зәйҙуллин дежур иткән көндә ирекмәндәргә ике йәшлек ейәнен тәрбиәләгән ҡатын янына барырға тура килгән. Сабыйҙың әсәһе йәйгеһен өйҙән сығып киткән һәм әлегәсә бер тапҡыр ҙа ҡайтып урамаған. Өләсәй булған кеше вайымһыҙ әсәне ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итергә һәм пособие юлларға теләй.
Штабтың төп эш йүнәлеше үҙгәрешһеҙ ҡала – өлкән йәштәге, яңғыҙ ҡала халҡына, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү.
Әйткәндәй, ярҙам һорап, Сибай халҡы ирекмәндәргә 8-987-493-27-54 һәм 8-987-493-27-50 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Бөгөн ирекмәндәр сафын студенттар, хужабикәләр, таксистар, эшҡыуарҙар, депутаттар һәм чиновниктар тулыландыра. Бында дәрәжәләр һәм вазифалар юҡ, төп маҡсат һәм теләк – кешеләргә мәрхәмәт, изгелек, эскерһеҙлеккә ышаныу бүләк итеү.
Фото: “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабынан.