Социаль мәсьәлә
28 Ғинуар 2022, 13:30

Бында тиҙҙән йорт туйлаясаҡтар

Өфөнөң иң ҙур “һаҡаллы” төҙөлөшө 2021 йылда тергеҙелгәйне...

Бында тиҙҙән йорт туйлаясаҡтарБында тиҙҙән йорт туйлаясаҡтар
Бында тиҙҙән йорт туйлаясаҡтар

Баш ҡалала “Черемушки” торлаҡ комплексын төҙөү дауам итә. 2017 йылдан алып үҙ фатирҙарының асҡысын төҙөлөштә ҡатнашҡан 700 граждан көтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөнөң иң ҙур “һаҡаллы” төҙөлөшө 2021 йылда тергеҙелгәйне. Был төҙөүсе ойошманың Һаҡлыҡ банкынан 300 миллион һумлыҡ финанс алыуы арҡаһында мөмкин булды.

“Бөгөнгә өсөнсө литерҙың төҙөлөш әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. Төҙөүселәр эске биҙәү эштәрен тамамлай. Ишектәр ҡуйыла, лифт ҡоролмаһы урынлаштырыла. Икенсе литерҙың әҙерлеге 60 процент тип баһалана. Өҫкө ҡаттар төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ, электр, һыу селтәрҙәре үткәрелә, елләткестәр ҡуйыла, эске биҙәү эштәре лә башҡарыла”, - тип эш барышы менән таныштырҙы төҙөлөш компанияһы етәксеһе Илшат Әхмәтов.

Объектты төҙөү менән бәйле иң етди мәсьәлә – тышҡы инженер селтәрҙәрен уҙғарыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо проблема күп фатирлы йорттарҙың ваҡытында тапшырылмауына йоғонто яһай.

Төҙөлөш компанияһынан белдереүҙәренсә, тышҡы инженер селтәрҙәрен проектлау эше күп ваҡытты алған. Хәҙер улар әҙер. Проекттар тейешле ведомстволар менән килешелгән.

“Төҙөүселәр торлаҡ комплексына тышҡы йылылыҡ селтәрҙәрен тоташтырыуға әҙерлек башланы. Эштәр этаплап башҡарыласаҡ. Март уртаһына тамамларға ниәт итәбеҙ”, - ти Илшат Әхмәтов.

Объекттар ваҡытында тапшырылмау сәбәпле, граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, төрлө механизмдар ҡарала.

“Беҙҙең төп бурысыбыҙ – 2023 йылдың аҙағына тиклем алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү. “Черемушки” торлаҡ комплексын төҙөүсе "Монолитинвестрой" йәмғиәте хәүеф төркөмөндә ине. Ҙур эш алып барылды, һөҙөмтәлә төҙөлөш йәмғиәте торлаҡ комплексы төҙөлөшөн тамамлау өсөн кредит ойошмаһы тарафынан финансланды. Бөтә төҙөлөштәр ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә, әммә шундай мәсьәләләр бар, уларҙы хәл итеү өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә", - ти төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

“Черемушки” торлаҡ комплексының икенсе һәм өсөнсө литерҙарын тапшырыу 2022 йылдың икенсе кварталына планлаштырыла. Ә өсөнсө квартал башында граждандар үҙ фатирҙарының асҡыстарын аласаҡ.

Фото: "Башинформ".

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас