Социаль мәсьәлә
28 Ғинуар 2022, 16:15

Электрон вариантҡа күстеләр

"Сәләм" тапшырыуында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Электрон вариантҡа күстеләрЭлектрон вариантҡа күстеләр
Электрон вариантҡа күстеләр

Бөгөн “Сәләм” тапшырыуында республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Амбулатория медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинованың һорауҙарына яуап бирҙе.

Һүҙ, нигеҙҙә, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре хаҡында барҙы. “Әгәр сирле кешенең тән температураһы 38 градустан юғары икән, табипты өйгә саҡырырға мөмкин, әгәр 38-ҙән кәм икән, үҙаллы поликлиникаға барырға була”, - тине Альбина Ғүмәр ҡыҙы. Ул шулай уҡ хәҙер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы асыу, оҙайтыу йәки ябыу тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, быйыл ул электрон вариантта бирелә. Ә бының өсөн нигеҙ – кешенең сирләүе йәки карантинда булыуы.

Әйткәндәй, быға тиклем эш биреүселәр, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса электрон ҡағыҙҙарҙы булдырғас, улар пациенттың теләге буйынса бирелә ине, йәғни ойошма “больничный”ҙы электрон вариантта эшкәртә алды. Әгәр хеҙмәткәр электрон варианттан баш тартҡанда, уға ҡағыҙға номеры яҙылып бирелде. Хәҙер, 2022 йылдан алып, хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙар алыу өсөн эш биреүсенең дә, граждандың да ризалығы талап ителмәй.

Бынан тыш, сарала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре лә ҡаралды.

Фото: Башҡортсотан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас