

27 ғинуарҙа “РБК-Өфө” каналында Рауил Ватолин алып барған “Балалар вакцинацияһы” тигән темаға арналған тапшырыуҙа онлайн рәүештә Рәсәй вирусологы, медицина фәндәре докторы, Н.Ф. Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты профессоры Анатолий Альштейн да ҡатнашты.
Хәбәр итеүебеҙсә, сарала тағы Башҡортостандың баш педиатры Людмила Семавина, Рәсәйҙең Биотехнологтар йәмғиәте вице-президенты, Рәсәй Федераль медицина-биология агентлығының Санкт-Петербургтағы институты экс-директоры урынбаҫары Игорь Красильников, Ата-әсәләр милли ассоциацияһының үҫеш буйынса директоры Марианна Шевченко, Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган һорауҙарға яуап бирҙе.
“Балаларҙы вакцинациялау – эпидемияға ҡаршы дөрөҫ сара. Улар, әлбиттә, өлкәндәр менән сағыштырғанда, вирустың омикрон варианты менән аҙыраҡ ауырый. Әйткәндәй, ул тиҙ йоғоусанлығы менән айырылып тора. Был йәһәттән вакцина аша балаларҙы ла һаҡларға кәрәк, сөнки ауыр хәлдәр теркәлә, үлемдәр ҙә булды. Беҙҙең илдә ошондай 100-ләгән осраҡ бар, - тине Анатолий Альштейн. - Эпидемияға ҡаршы төп сара – вакцина, сөнки балалар – инфекцияны таратыусылар. Уларға прививка эшләһәк, эпидемияны туҡтатып торабыҙ тигән һүҙ.
Беҙгә, әлбиттә, 2019-2020 йылдарҙа уҡ балаларға вакцинация үткәрергә кәрәк ине. Хәҙер ошондай мөмкинлек килеп сыҡты һәм уны, әлбиттә, эшләтеү зарур. Ата-әсәгә килгәндә, уларҙың был мәсьәләгә һаҡ ҡарауы аңлашыла. Шулай ҙа балаларына вакцина яһатыусылар һаны артыр тип ышанам”.
Рауил Ватолиндың 12 йәштән бәләкәйерәктәр өсөн вакцина тураһындағы һорауына ғалим: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең менән ике йыл “йәшәгән” вирус теге йәки был формала мәңгегә ҡаласаҡ. Шуға балаларҙы ковидҡа ҡаршы вакцинациялау киләсәктә милли календарға индерелер һәм планлы рәүештә булыр, моғайын. Тәбиғи, был әкренләп эшләнәсәк”, - тине.
Тапшырыу аҙағында Анатолий Альштейн: “Ейәндәрем тиҙҙән вакцина эшләтәсәк”, - тип белдерҙе.
Фото: anews.com